ТАҢ, Благовар р‑нындағы ауыл, Таң а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 15 км һәм Благовар т. юл ст. Т.-Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Күгел й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 167 кеше; 1959 — 182; 1989 — 647; 2002 — 668; 2010 — 648 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1921 й. Бәләбәй өйәҙендә алпауыт Ғәйнихаят Дәүләткилдееваның имениеһы урынында а.х. коммунаһы ойошторолған ваҡытта нигеҙ һалына. Шулай уҡ Таң коммунаһы ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 1925 й. 18 йорт иҫәпкә алынған. 60‑сы йй. аҙ. Т. Мортаҙа а. (20‑се йй. нигеҙләнгән) һәм Благовар РТС‑ының Һынташтамаҡ бүлексәһе ҡасабаһы (30‑сы йй.) ҡушыла. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Р.Ғ.Ҡорбанғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.