ТАМЪЯН, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡото а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 13 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 80 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 951 кеше; 1920 — 1221; 1939 — 591; 1959 — 785; 1989 — 323; 2002 — 323; 2010 — 268 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ өйәҙҙең Тамъян улусы башҡорттары нигеҙ һала, 1785 й. алып билдәле. 1797 й. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр килеп ултыра. Исеме “тамъян” этнонимына (ҡара: Тамъян) бәйле. 1795 й. 45 йортта 222 кеше йәшәгән, 1865 й. 100 йортта — 650 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, кейеҙ баҫыу м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. В.Х.Әхиәров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018