ТАЛЛЫҺЫҘА, С а р л ы, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Урманай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 49 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 72 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 549 кеше; 1959 — 432; 1989 — 229; 2002 — 207; 2010 — 147 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бәләбәй кантонында ТАССР‑ҙың Бөгөлмә кантоны (хәҙ. ТР‑ҙың Аҙнаҡай р‑ны) Сарлы а. кешеләре нигеҙ һала. Шулай уҡ Талдыһыҙа булараҡ теркәлгән. 1925 й. 85 йорт иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.