ТАЛЛЫКҮЛ, Благовар р‑нындағы ауыл, Өйҙөрәкбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Благовар т. юл ст. К.‑Көнб. табан 3 км алыҫлыҡта Оло Өйҙөрәк й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 169 кеше; 1959 — 181; 1989 — 115; 2002 — 117; 2010 — 88 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. 20‑се йй. аҙ. Өфө кантоны терр‑яһында ш. уҡ кантондың Өйҙөрәкбаш а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала.

Р.Ғ.Ҡорбанғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018