ТАЛЛЫҠУЛ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Ҡаңны-Төркәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К.-Көнб. табан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 689 кеше (Теләкәй-Ҡобау а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған); 1920 — 421; 1939 — 279; 1959 — 268; 1989 — 292; 2002 — 275; 2010 — 354 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1884 й. Бәләбәй өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Теләкәй-Ҡобау а. кешеләре 2‑се Теләкәй-Ҡобау (Таллыҡул) исеме м‑н нигеҙ һала. 1896 й. 55 йортта 285 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәктәп, мөгәзәй булған. 1906 й. (хәҙ. исемдә) бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1920 й. Ташлыҡул (Т.) булараҡ иҫәпкә алынған.

З.М.Цуканова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов