ТАЛ ҠУСҠАРЫ, Ҡ у с ҡ а р, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Гусев а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 15 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 62 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 176 кеше; 1939 — 207; 1959 — 212; 1989 — 383; 2002 — 381; 2010 — 464 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (1‑се Асҡар урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. башында Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы Ҡусҡар а. (хәҙ. Иҙәш Ҡусҡары а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә Талморон исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ 2‑се Ҡусҡар булараҡ теркәлгән. 20 б. 20‑се йй. тиклем Т.Ҡ. халҡы Иҙәш Ҡусҡары а. кешеләре м‑н бергә иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018