ТАЛАЛАЕВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Подлесный а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 28 км һәм Ҡуғанаҡ т. юл ст. Көнб. табан 4 км алыҫлыҡта Мәҫәле й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 616 кеше; 1920 — 779; 1939 — 677; 1959 — 617; 1989 — 457; 2002 — 591; 2010 — 590 кеше. Урыҫтар, украиндар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1898 й. Стәрлетамаҡ өйәҙендә Чернигов губ. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, ш. уҡ Полтава губ.) украиндары Талалаевка ширҡәте булараҡ нигеҙ һала. 1906 й. земство мәктәбе, 2 тирмән, тимерлек, бакалея кибете теркәлгән. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.