ТАҠҺЫР, Т е л ә н с е, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Гусев а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 53 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 220 кеше; 1920 — 275; 1939 — 207; 1959 — 215; 1989 — 363; 2002 — 332; 2010 — 398 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Гусев урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы Әҡембәт а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Теләнсе (улус старшинаһы Теләнсе Иҫәшевтең исеменән) исеме м‑н нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1866 й. Теләнселә (Таҡһырҙа, улус старшинаһы Таҡһыр Теләнсиндең исеменән) 21 йортта 211 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 20 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов