ТАЙЫШ, И ҫ к е Т а й ы ш, Ғафури р‑нындағы ауыл, Имәндәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 56 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 57 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 721 кеше; 1920 — 801; 1939 — 309; 1959 — 281; 1989 — 221; 2002 — 194; 2010 — 176 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Имәндәш төп мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Кәлсер-Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Мәсетле исеме м‑н нигеҙ һала. 19 б. башынан Т. булараҡ (улус старшинаһы Тайыш Эткенин исеменән) теркәлгән. 1795 й. 55 йортта 247 кеше йәшәгән, 1865 й. 80 йортта — 572 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сана һәм ағас һауыт-һаба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. шөғөлдәр араһында урман кәсептәре теркәлгән. 20 б. 30‑сы йй. Яңы Тайыш, Тайыш (хәҙ. Юрмаш а.) бүлендек ауылдары барлыҡҡа килгәндән һуң Иҫке Тайыш булараҡ иҫәпкә алынған. 50‑се йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.