ТАЙМЫРҘА, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Таймырҙа а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 12 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 106 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1138 кеше; 1920 — 1125; 1939 — 1089; 1959 — 874; 1989 — 536; 2002 — 571; 2010 — 661 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1735 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 19 б. 1‑се ярт. ш. уҡ мишәрҙәр иҫәпкә алынған. 1795 й. 188 кеше йәшәгән, 1865 й. 82 йортта — 591 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет (1904 й. төҙөлгән), бакалея кибете теркәлгән. Ү.Ғ.Ғосманов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.