ТАЙМЫЙ, А т а у, Салауат р‑нындағы ауыл, Таймый а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 49 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 78 км алыҫлыҡта Атау й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2566 кеше; 1920 — 2434; 1939 — 1736; 1959 — 1228; 1989 — 666; 2002 — 706; 2010 — 633 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1751 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 1795 й. 159 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 200 йортта — 1189 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, быйма баҫыу м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, 4 һыу тирмәне булған. 1906 й. 3 мәсет, башҡ. мәктәбе, мануфактура һәм 2 бакалея кибете, 4 һыу тирмәне теркәлгән. Ғ.Ф.Вилданов, А.Ш.Ғирфанов, В.К.Ғирфанов, Ғ.Сәғҙи, Һ.Сәғҙи ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.