ТАЙМАҪ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Таймаҫ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 33 км һәм Күмертау т. юл ст. Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Оло Көйөргәҙе й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 933 кеше; 1920 — 966; 1939 — 920; 1959 — 676; 1989 — 409; 2002 — 297; 2010 — 313 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 16 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1795 й. 160 ир-ат иҫәпкә алынған, 1866 й. 134 йортта — 702 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр; улус идараһы урынлашҡан. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ 2 һыу тирмәне теркәлгән. 30—40‑сы йй. Т. м‑н Яңы Таймаҫ а. халҡы бергә иҫәпкә алынған. И.Ғ.Ибраһимов, А.М.Ҡобағошов, Р.Ғ.Солтангәрәев ошо ауылда тыуған.

У.М.Ҡобағошов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов