ТАЙҠАШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Яугилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 39 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 80 км алыҫлыҡта Тайҡаш күле (Ҡариҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 530 кеше; 1920 — 1341; 1939 — 1101; 1959 — 955; 1989 — 638; 2002 — 565; 2010 — 547 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Һунлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1745 й. һәм 1764 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 19 б. башында бында мишәрҙәр килеп ултырған. Шулай уҡ Төйнәш, Төйкәш исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 101 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 96 йортта — 620 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. мәсет (1895 й. төҙөлгән), 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов