ТАВРИЧАНКА, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡыҙыл а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 58 км алыҫлыҡта Ҡоро Ҡыҙыл й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 263 кеше; 1920 — 316; 1939 — 400; 1959 — 565; 1989 — 808; 2002 — 734; 2010 — 635 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1900 й. Бәләбәй өйәҙенә Таврия губ. күсеп килеүселәр Таврия ширҡәте ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 30‑сы йй. башында Таһир с‑зы (һуңынан Ҡыҙыл с‑зы) ойошторолғандан һуң Ҡыҙыл с‑зының Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ теркәлә. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.