ТАБЫЛДЫ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Күндерәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 22 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 65 км алыҫлыҡта Ҡоро Күндерәк й. (Күндерәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 638 кеше; 1920 — 603; 1939 — 577; 1959 — 458; 1989 — 352; 2002 — 359; 2010 306 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Улус старшинаһы Табылды Юлбирҙин исеме м‑н аталған. 1795 й. 36 йортта 233 кеше йәшәгән, 1865 й. 60 йортта — 357 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ һыу тирмәне, 3 бакалея кибете теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. Ауыл эргәһендәге Табылды сейәлектәре — тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ә.А.Яхина ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов