СЮИТА (фр. suite – рәт, эҙмә-эҙлелек), дөйөм художество идеяһы м‑н берләшкән бер нисә ҡапма-ҡаршы үҙ аллы өлөштәрҙән (характеры, ритмы, темпы һ.б. б‑са айырылалар) торған инструменталь цикллы муз. әҫәр. С. соната м‑н симфониянан өлөштәренең артыҡ үҙ аллылығы, уларҙың ҡәтғи иҫәпкә, тәртипкә, характерға ҡоролмауы, бер үк тоналлекте һаҡлауға ынтылышы, йыр һәм бейеү м‑н тығыҙ бәйләнештә булыуы м‑н айырыла. С. бейеү, жанр, пейзаж, психологик, лирик‑драматик, программалы, клавир (фп.), оркестр, вокаль, ш. уҡ драма, фильм, балет, операнан һ.б. алынған музыканан төҙөлгән төрҙәргә бүленә. С. термины м‑н ш. уҡ балет спектакленә индерелгән бер нисә бейеүҙән торған муз.‑хореографик композиция атала.

Башҡ. музыкаһында С. барлыҡҡа килеүе М.З.Бәширов ижадында бәйле [фп. өсөн “Бәләкәй сюита” (“Маленькая сюита”), 20 б. 30‑сы йй. аҙ.]. С. формалашыу осорона милли материалда классик норманы үҙләштереү хас. С. үҫешенең мөһим осоро Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле эшмәкәрлегенә бәйле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле). Баянсылар ансамбле өсөн К.Й.Рәхимовтың болгар халыҡ бейеү көйҙәренә С., башҡ. халыҡ йыры “Гөлнәзирә” темаһына С. һәм “Хореографик сюита” (“Хореографическая сюита”); симфоник оркестр өсөн С.: М.М.Вәлиевтең “Салауат” (“Салават”, 1945) һәм “Бейеү сюитаһы” (“Танцевальная сюита”, 1952), Х.Ш.Заимовтың “Бейеү сюитаһы” (“Танцевальная сюита”, 1949) һәм “Балалар сюитаһы” (“Детская сюита”, 1970) С., З.Ғ.Исмәғилев С., Х.Ф.Әхмәтовтың “Башҡорт лирик сюитаһы” (“Башкирская лирическая сюита”, икеһе лә – 1952), Икенсе С. (1964), “Тау бөркөтө”, “Яратам һине, тормош”, “Гөлнәзирә” балеттарына С.; Р.М.Хәсәновтың “Ҡурай тураһында легенда” (“Легенда о курае”, 1984), Л.З.Исмәғилеваның “Хужа Насретдин” (“Ходжа Насретдин”, 1986, 1990) балетына ике С., Р.Н.Сабитовтың “Мөхәббәт һәм үлем” (“Любовь и смерть”, 1979) балетына симфоник картина һәм симфоник фреска “Прометей” һ.б. ижад ителә.

С. жанры камера-инструменталь музыкала комп. Әхмәтов, Заимов, Р.В.Сәлмәнов (скрипка һәм фп. өсөн С.; уларға ярашлы 1940, 1944, 1951), Р.Ә.Мортазин (Виолончель һәм фп. өсөн С., 1938), Исмәғилев (rларнет өсөн “Йәштәр сюитаһы” (“Молодёжная сюита”), 1949; баян өсөн “Көтөүсе” (“Пастух”), 1949; Гобой һәм фп. өсөн С., 1958), Н.Я.Инякин (Ағас тынлы муз. ҡоралдары квартеты өсөн, 1958; Кларнет һәм фп. өсөн С., 1960), Д.Д.Хәсәншин (Гобой һәм фп. өсөн, 1964; Скрипка һәм фп. өсөн бәләкәй С., 1970; Еҙ тынлы муз. ҡоралдары квинтеты өсөн С., 1989), С.Г.Шаһиәхмәтова (Ҡыллы квартет өсөн “Балалар сюитаһы” (“Детская сюита”), 1973), Н.Ә.Дауытов (Альт һәм фп. өсөн С., 1977), С.Ә.Низаметдинов (Камера оркестры өсөн С., 1984), Р.Х.Ғәзизов (Тынлы квинтет өсөн С., 1987), М.Х.Әхмәтов (Камера оркестры һәм һуҡма ҡоралдар өсөн “Нариман Сабитов ижады биттәре буйлап” (“По страницам творчества Наримана Сабитова”) С., 1998) һ.б. ижадында киң сағыла. Фп. өсөн С. төп төрҙәре: характеристикалы (образдар диапазоны киң, йыш ҡына интонациялары башҡ. фольклоры м‑н тығыҙ бәйле) — Инякиндың “Әкиәт” (“Сказка”, 1969), Р.В.Сәлмәновтың башҡ. халыҡ мотивтарына (1982) С.; боронғо (Европа классик традицияларға йүнәлтелгән) — С.Р.Сәлмәновтың фп. өсөн “Полифоник сюитаһы” (“Полифоническая сюита”, 1987), Р.Ғ.Ҡасимовтың балалар фп. өсөн ҡайһы бер С. һ.б. Урыҫ халыҡ инструменттары өсөн Инякиндың “Һабантуй” (“Сабантуй”, 1972), Т.Ш.Кәримовтың “Ҡыр ҡаҙҙары” (“Дикие гуси”, 1973), “Волга менән Урал араһында” (“Между Волгой и Уралом”, 1976) С. ижад ителгән. Халыҡ ҡоралдары милли оркестры репертуарына А.М.Ҡобағошовтоң С. (1992), Ф.М.Ғафуровтың Байрам С. (2000) һ.б. ингән. Кәримовтың Эстрада квартеты өсөн С. (1965), А.К.Кукубаевтың солист, хор һәм урыҫ халыҡ инструменттары оркестры өсөн “М.Вәлиев темаларына сюита”һы (“Сюита на темы М.Валеева”, 1988), Хәсәновтың Әшә—Оло Теләк т. юл фажиғәһенә арналған (ҡара: Техноген һәләкәттәр) һуҡма инструменттар һәм орган өсөн “4 июнь һәләкәте” (“Катастрофа, 4 июня”, 1989) С. башҡарыу составы эксперименталь булып тора. 20 б. аҙ. – 21 б. башында ижад ителгән С. стилде иркен һайлау, заманса техник композициялар ҡулланыу мөмкинлеге, тема һәм образдарҙың төрлө булыуы м‑н характерлана.

Әҙәб.: Скурко Е.Р. Башкирская академическая музыка: традиции и современность. Уфа, 2005.

С.М.Платонова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика