СЫРТЛАНОВА‑ШЛЯХТИНА Елизавета Александровна (22.11.1881, Пермь губ. Красноуфимск өйәҙе Соҡсон з‑ды ҡсб, хәҙ. Пермь крайы Соҡсон ҡсб, – 11.12.1961, Өфө), актриса, режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1943). 1912 й. алып “Нур”, 1915—17 йй. “Ширҡәт” труппалары, 1918—19 йй. 1‑се һәм Төркөстан армиялары политбүлеге эргәһендәге фронт театрҙары, 1920 й. башлап Өфө дәүләт үрнәк татар‑башҡ. театры (ҡара: Үрнәк татар‑башҡорт театры) актрисаһы, 1922—30 йй. Урал, Себер һәм Алыҫ Көнсығыштағы төрлө театр коллективтары реж. һәм художество етәксеһе, 1931 й. алып Баймаҡ колхоз‑совхоз театры (ҡара: Сибай башҡорт драма театры), 1933—38 йй. Ауырғазы колхоз‑совхоз театры (ҡара: Салауат башҡорт драма театры) реж., 1939—48 йй. БАДТ музейы мөдире.

Үҙенсәлекле һәм комик ролдәр башҡарған. Көнкүреш деталдәрен аныҡ сағылдырыу, тапҡыр телмәр оҫтаһы була. Башҡ., татар: Сәрби (“Башмағым”), Ғәрифә (“Алдым‑бирҙем”, Ғ.Исхаҡи), Ғәйнә (1911, дебют), Йәмилә, Әсә (бөтәһе лә — “Бәхетһеҙ егет”, Ғ.Камал); классик урыҫ һәм сит ил: Мартина (“Ирекһеҙҙән табип”, Мольер), фрау Миллер (“Мәкер һәм мөхәббәт”, Ф.Шиллер), Кабаниха (“Йәшен” — “Гроза”), Кручинина (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр”; икеһе лә – А.Н.Островский) драматургияһы әҫәрҙәре б‑са 300‑ҙән ашыу роль уйнай. Шулай уҡ Сумчинская псевдонимы аҫтында сығыш яһай. С.‑Ш. режиссёрлыҡ репертуарында Б.Бикбай, Ф.Бурнаш, Т.Ғиззәт, Й.Вәли, Р.Ниғмәти, С.М.Мифтахов, Ф.Әмирхан пьсалары б‑са спектаклдәр бар. Башҡорт драма театрында —Х.К.Ибраһимовтың “Башмағым”, Ғ.Х.Ниязбаевтың “Брадәрән Ғәлимовтар”, Островскийҙың “Ете юл сатында” (В.Ғ.Ғәлимов м‑н берлектә); Ауырғазы колхоз‑совхоз театрында Ф.Бурнаштың “Йәш йөрәктәр”, А.М.Таһировтың “Себерәк Ғилман” һ.б. пьесалар ҡуйған. Островскийҙың “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр”, В.Н.Билль‑Белоцерковскийҙың “Шторм”, С.И.Левитинаның “Хөкөм” һ.б. пьесаларын татар теленә тәржемә иткән.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика