СЫРТЛАНОВ Рим (Рәхмәй) Солтан улы (22.8.1908, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Сыртлан а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны, — 13.9.1979, Өфө), актёр. РСФСР‑ҙың атҡ. (1955), БАССР‑ҙың халыҡ (1954) һәм атҡ. (1945) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1955). Сыртлановтар нәҫеленән. Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1930; М.Ә.Мәһәҙиев, В.Мортазин-Иманский курсы). 1928—72 йй. БАДТ актёры, бер үк ваҡытта 60‑сы йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта.

Юғары сәхнә мәҙәниәте, нескә актёрлыҡ оҫталығы С. 200‑гә яҡын роль башҡарырға мөмкинлек бирә, улар араһында милли әҙәбиәт геройҙары образдары: Мәғсүм Таҡтабашев (“Портфель”, Н.Иҫәнбәт; дебют, 1929), Закир (М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимовтың ш. уҡ исемле инсценировкаһы), Фәйзи (“Рәйсә”, Н.Асанбаев); урыҫ классик: Кнуров (“Бирнәһеҙ ҡыҙ”, А.Н.Островский), Астров (“Ваня ағай”, А.П.Чехов), Каренин (“Тере мәйет”, Л.Н.Толстой); совет: Берсенев (“Һынылыш”, Б.А.Лавренёв), Малинин (“Любовь Яровая”, К.А.Тренёв), Гордей Павлович (“Атайыңдың ҡәҙерен бел”, В.В.Лаврентьев) драматургияһы һ.б. образдар. Тәрән драматизм һәм гражданлыҡ пафосы м‑н һуғарылған (Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында юғары баһалана, 1955) Шәүкәтов (“Яңғыҙ ҡайын”, М.Кәрим) һәм аныҡ соц., психологик характерҙа кәүҙәләндергән Фәруҡша (“Әсәләр көтәләр улдарын”, Ә.М.Мирзаһитов) ролдәрендә актёрҙың образдарҙы барлыҡ индивидуаль нескәлектәрендә асыу оҫталығы тулыһынса сағылған. “Салауат Юлаев” к/ф Бохайыр ролен башҡара. Уҡыусылары араһында Р.В.Исрафилов. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1946).

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика