АРХЕОГРАФИЯ (архео... һәм ...графия), ҡулъяҙма, баҫма һ.б. документаль ҡомартҡыларҙы йыйыу, тасуирлау һәм нәшер итеү м‑н шөғөлләнеүсе махсус тарихи дисциплина. Сығанаҡтар өйрәнеү, архив ғилеме, палеография, текстология һ.б. м‑н тығыҙ бәйләнештә үҫешә. Ялан (ҡулъяҙмалар, боронғо баҫма китаптар һ.б. эҙләү һәм туплау), камераль (ҡомартҡыларҙы ғилми тасуирлау), эдицион (уларҙы нәшер итеү) төрҙәргә бүленә.

Башҡортостанда документтарҙы системалы рәүештә баҫтырып сығарыу 19 б. 30‑сы йй. “Оренбургские губернские ведомости” гәз. башлана, Ырымбур ғилми архив комиссияһы хеҙмәттәрендә, “Шура” ж. һ.б. баҫмаларҙа дауам ителә. 20 б. башында тәүге тематик документ йыйынтыҡтары, мәҫ., “Рәсәй тарихы буйынса материалдар: Ырымбур крайы менән идара итеү һәм уның төҙөлөшөнә ҡағылышлы ҡарарҙар һәм башҡа документтар йыйынтығы” (“Материалы по истории России: сборник указов и других документов, касающихся управления и устройства Оренбургского края”; 2 томда, 1900), “Ырымбур казак ғәскәрен тарихи-статистик тасуирлау буйынса материалдар” (“Материалы по историко-статистическому описанию Оренбургского казачьего войска”; 1—12‑се сығарылыш, 1903—1915) донъя күрә.

19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында М.М.Биксурин, В.В.Вельяминов-Зернов, Р.Г.Игнатьев, С.Б.Күкләшев, М.И.Өмөтбаев, Р.Ф.Фәхретдиновтың һ.б. археографик тикшеренеүҙәре ялан А. башланғыс һала. 20—30‑сы йй. төбәк тарихы б‑са документтар йыйыу һәм баҫтырыуҙы Истпарт һәм Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте алып бара. Баҫтырылған хеҙмәттәрҙең төп темаһы революция хәрәкәте һәм Граждандар һуғышы тарихы була. 30—40‑сы йй. Н.К.Дмитриев, А.П.Чулошников ТТӘИ ғалимдары ҡатнашлығында “Башҡорт АССР‑ы тарихы буйынса материалдар” [“Материалы по истории Башкирской АССР” (ҡара: “Башҡортостан тарихы буйынса материалдар”)] китабының 1‑се киҫәге һәм 2‑се томын баҫмаға әҙерләй.

40—60‑сы йй. С.М.Васильев, акад. Б.Д.Греков, Н.В.Устюгов (Мәскәү) һәм Ә.Н.Усманов (Өфө) ҡатнашлығында Н.Ф.Демидова әҙерләгән 3‑сө, 4‑се (2 киҫәктә) һәм 5‑се томдары донъя күрә. 60—90‑сы йй. 9—19 бб. тарихи сығанаҡтарын йыйыу һәм баҫтырыу б‑са эш дауам итә. Рәил Ғ.Кузеев эре башҡ. ҡәбиләләре һәм ырыуҙарының шәжәрәләрен йыя һәм “Башҡорт шәжәрәләре” (“Башкирские шежере”; 1960) йыйынтығында баҫтырып сығара. И.Ғ.Ғәләүетдинов «Тажетдин Ялсығолдоң “Тарихнамәи булғар”ы» («“Тарих нама- и булгар” Тажетдина Ялсыгулова»; 1990; ҡара: Т.Ялсығол), Ғ.Б.Хөсәйенов “Батыршаның императрица Елизавета Петровнаға хаты” (“Письмо Батырши императрице Елизавете Петровне”; 1993; ҡара: Батыршаның батшаға яҙған хаты) китаптарын баҫмаға әҙерләй.

1956—95 йй. ТТӘИ Йәмәғәт берекмәләренең үҙәк архивы һәм Үҙәк тарих архивы м‑н хеҙмәттәшлектә 20 б. Башҡортостандың сәйәси, иҡт. һәм мәҙәни үҫеше тарихы б‑са документ һәм материалдарҙан торған 9 йыйынтыҡ нәшер итә. Улар араһында “Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының барлыҡҡа килеүе”, “Ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ документтары. Башҡорт АССР‑ы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда: документтар һәм материалдар” (“Документы мужества и героизма. Башкирская АССР в период Великой Отечественной войны: документы и материалы”; 1980) һ.б. бар.

90‑сы йй. ТТӘИ һәм архивтар археографик эштәрҙе үҙ аллы алып бара. Урыҫ (2 китапта, 1994—1998) һәм башҡ. (1996) телдәрендә Ә.Ә.Вәлидовтың “Хәтирәләр” китабы; “Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, 1941—1945: документтар һәм материалдар” (“Башкирия в годы Великой Отечественной войны, 1941—1945: документы и материалы”; 1995), “Рәсәй Дәүләт думаһының мосолман депутаттары. 1906—1917 йй.: документтар һәм материалдар йыйынтығы” (“Мусульманские депутаты Государственной думы России. 1906—1917 гг.: сборник документов и материалов”; 1998), “Рәсәй империяһының башҡорттар, мишәрҙәр, типтәрҙәр, бобылдәр тураһында закондары: документтар һәм материалдар йыйынтығы” (“Законы Российской империи о башкирах, мишарях, тептярях и бобылях: сборник документов и материалов”; 1999), “1795—1917 йй. халыҡ иҫәбен алыуҙар буйынса көнбайыш башҡорттары” (“Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг.”; 2001), “Башҡортостандың торама пункттары. III киҫәк. Башреспублика, 1926” (“Населённые пункты Башкортостана. Ч. III. Башреспублика, 1926”; 2002) йыйынтыҡтары нәшер ителә. Б.Х.Юлдашбаев әҙерләгән “Башҡортостандың милли һәм дәүләт ҡоролошо (1917—1925 йй.): документтар һәм материалдар” (“Национально‑государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг.): документы и материалы”; 4 томда, 7 китап, 2002—2009) йыйынтығын баҫтырыу тамамлана.

1973 й. Өфөлә СССР ФА Археография комиссияһының Көньяҡ Урал бүлексәһен (ҡара: Археография комиссияһы) асыу археографик эштәрҙе киңәйтеүгә булышлыҡ итә, ул ТТӘИ м‑н берлектә археографик конф. (Ырымбур, 1975), 30‑ға яҡын археографик экспедиция ойоштора, А., сығанаҡтар өйрәнеү, архив ғилеме, текстология мәсьәләләре б‑са 9 мәҡәлә, “Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—1775) Башҡортостан территорияһында: документтар йыйынтығы” (“Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии: сборник документов”; 1975), “Туғанлыҡ, интернациональ бәйләнештәр: БАССР эшселәре менән сит ил эшселәре араһындағы интернациональ бәйләнештәр тураһында документтар һәм материалдар” (“Связи братские, интернациональные: документы и материалы об интернациональных связях трудящихся БАССР с трудящимися зарубежных стран”; 1980) тип аталған документтар йыйынтығын баҫтыра.

2001 й. алып БР ФА, Рәсәй тарихсы-архивсылар йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе, ТТӘИ, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте эргәһендәге Архив эштәре б‑са идаралыҡ һ.б. учреждениелар Көньяҡ Урал А. б‑са 10 конф. үткәрә, уларҙың материалдары “Көньяҡ Урал археографияһы” (“Археография Южного Урала”; 2001—2010) йыйынтыҡтарында баҫтырыла. Археографик экспедициялар барышында йыйылған тарихи сығанаҡтар БР‑ҙың Үҙәк тарих архивында һәм Йәмәғәт берекмәләренең үҙәк архивында, ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында, Ғилми архивта, Ғилми китапханала, Милли китапханала, Рәсәй мосолмандарыныңҮҙәк Диниә назараты һәм БДБ‑ның Европа илдәре китапханаларында, Милли музейҙа, Ҡазан ун‑тында һәм РФА‑ның Көнсығыш ҡулъяҙмалары ин‑тында (С.‑Петербург) һаҡлана.

Әҙәб.: Гвоздикова И.М. Из истории археографической деятельности на Южном Урале (1917—1970 гг.) //Южноуральский археографический сборник. Уфа, 1973. Вып.1; Гвоздикова И.М., Кузеев Р.Г. Южно‑Уральское отделение археографической комиссии РАН //Археография Южного Урала: материалы IV Межрегион. науч.‑практ. конф. Уфа, 2004.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке