“СЫҢРАУ ТОРНА”, “Сыңғырау торна”, башҡ. халыҡ инструменталь көйө. Тәүге тапҡыр С.Г.Рыбаков тарафынан легенданың һәм көйҙөң варианттары яҙып алына һәм “Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән” китабында баҫтырыла. Көйҙө ш. уҡ Ф.Х.Камаев, А.С.Ключарёв, Л.Н.Лебединский, К.Й.Рәхимов, Х.Ф.Әхмәтов, М.Ямалетдин яҙып ала. Лиро‑эпик характерҙағы көй. Башҡарыр алдынан бер нисә варианты булған легенда бәйән ителә. Легендаларҙың береһендә боронғо замандарҙа башҡорттар еренә һуғыш м‑н килгән баҫҡынсылар ғәскәре өҫтөндә торналар тубының саңҡылдап өйөрөлөүе т‑да хикәйәләнә. Дошмандар ҡаушап, өйкөлөшөп бөтә һәм башҡ. ғәскәре еңә. 1926 й. БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Басай а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) И.Ноғоманов һәм Күсей а. Г.Әхмәтов К.М.Дияровҡа һөйләгән версия б‑са, “С.т.” бер батыр м‑н булған хәл‑ваҡиғаларға бәйле барлыҡҡа килә. Ул аҡланда саңҡылдап өйөрөлөп бейеүсе торналар тубын күреп ҡала һәм уларҙың йырын хәтерендә ҡалдырып, халыҡҡа һөйләп, уйнап ишеттерә. Хөрәфәттәр б‑са, ҡоштарҙың уйыны ҡан ҡойош т‑да иҫкәртеү була. Атаһынан фатиха алғас, батыр ғәскәр туплай һәм баҫҡынсылар һөжүм итеү м‑н дошманға ҡаршы сыға. Ҡанлы һуғыш барған күл аҙаҡ Яугүл тип атала башлай (ҡара: Күлтабан). Көй фригий ладына нигеҙләнгән. Торналар торҡолдауын имитациялаған триольдәр һәм форшлагтар м‑н биҙәлгән кварта һикерештәре көйҙөң башында һәм аҙағында яңғырай. Башҡарыусылар араһында А.М.Айытҡолов, М.Ф.Буранғолов, Ю.И.Ғәйнетдинов, И.И.Дилмөхәмәтов, Дияров, Й.М.Иҫәнбаев, Р.Р.Рәхимов, Х.Б.Әхмәтов, Х.Ш.Әхмәтшин. Көйҙө А.М.Ҡобағошов ҡурайсылар ансамбле өсөн, Ә.Р.Хәлфетдинов тауыш һәм фп. өсөн, Н.Ә.Дауытов солист, хор һәм симфоник оркестр өсөн (икеһе лә – Р.Й.Ғарипов шиғырына) эшкәрткән. Көйҙөң легендаһы — “Сыңрау торна” балеты либреттоһына, көйө төп геройҙарҙың лейтмотивына нигеҙләнгән. “С.т.” көйө фп. өсөн В.А.Белыйҙың “Башҡорт темаларына өс миниатюра”һында (“Три миниатюры на башкирские темы”), симфоник оркестр өсөн М.М.Вәлиевтең “Легенда”һында ҡулланыла.

Әҙәб.: Халҡым йыры=Песни моего народа=Songs of my folk. Өфө, 1995.

 Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Ноталар

Яндекс.Метрика