СЫНБУЛАТОВ Хәйретдин Мостаҡ улы [5.3.1905, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Әбүбәкер а. (БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны) – 5.1.1969, шунда уҡ], хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1929 й. алып Хәйбулла р‑нында эшләгән: 1934 й. башлап “Игенсе” к‑зы рәйесе, 1937–38 йй. Һаҡмар МТС‑ы дир., 1939–41 йй. – район башҡарма ком‑ты, 1946 й. алып район ҡулланыусылар йәмғиәте союзы дир., 1949–52 йй. “Ҡыҙыл доброволец” к‑зы рәйесе. С. етәкс. “Игенсе” к‑зы үҫемлекселектә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: иген культураларының уңдырышлылығы 16 ц/га тәшкил иткән (1934). БАССР ЮС‑ының 1‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1935), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Р.М.Арыҫланов

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Яндекс.Метрика