“СЫБАЙ ҠАШҠА”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 1933 й. А.С.Ключарёв тарафынан Белорет металлургия з‑ды (ҡара: Белорет металлургия комбинаты) эшсеһе А.Кәримовтан яҙып алына һәм “Башҡорт халҡ йырҙары” китабында баҫтырыла. Йырҙың варианттарын Ф.Х.Камаев, Л.Н.Лебединский, Ғ.З.Сөләймәнов яҙып ала. Лирик-драматик характерҙағы йыр. К.М.Дияров һөйләгән легенда б‑са, Дим й. буйындағы бер ауылда аты м‑н бәйгеләрҙә лә, дошман м‑н алыштарҙа ла еңелеү белмәгән бер егет йәшәгән. Шул уҡ ауылдың ҡыҙын осратып, уға ғашиҡ була. Бер ваҡыт яр буйында йөрөгәндә ғашиҡтар һыу инергә була. Ҡысҡырған тауыш ишетеп, егет һыуға батҡан ҡыҙҙың кәүҙәһен табып алып, ярға сығара. Был турала ул һуңынан йыр сығара, унда һөйгәнен юҡһыныуын, тормош т‑да уйҙарын сағылдыра. Алмашыныусы ритмға һәм ундецима диапазонына ҡоролған “С.ҡ.” көйө минор пентатоникаға нигеҙләнгән. Юғары тонға күтәрелгән кварта һәм түбәнгә табан төшкән квинта һикерештәре көйгә үҙенсәлек бирә. Башҡарыусылар араһында А.Ғ.Ғәлимов, Дияров, Сөләймәнов, Х.Ш.Әхмәтшин. Йырҙы Р.Ә.Мортазин ҡурай һәм фп., тауыш һәм фп. өсөн, А.Г.Тихомиров ҡатын‑ҡыҙҙар һәм ҡатнаш хорҙар өсөн, Ш.Ш.Ибраһимов ҡатнаш хор өсөн эшкәрткән. Көйөн Х.Ф.Әхмәтов ҡыллы квартеттарында файҙалана.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Ноталар

Яндекс.Метрика