СЦЕНОГРАФИЯ, т е а т р ‑ д е к о р а ц и я с ә н ғ ә т е, декорациялар, костюмдар, яҡтылыҡ, постановка техникаһы ярҙамында спектакль образын тыуҙырыу сәнғәте. С. формалашыуы театр, драматургия, һынлы сәнғәт үҫешенә бәйле. Башҡортостанда С. барлыҡҡа килеүе 20 б. башына ҡарай. Үҙешмәкәр коллективтарҙың һәм Өфө губ. гастролгә килгән урыҫ һәм татар труппаларының постановкаларын биҙәү өсөн типлы декорациялар (павильон, колонналы зал, беседкалы баҡса, кәрәк булғанда – көнкүреш әйберҙәре) ҡулланылған һәм улар йыш ҡына актёрҙар уйыны өсөн дөйөм фон функцияһын башҡарған. Тәүге милли театр рәссамы С.Ғ.Яҡшыбаев Сәйяр” труппаһы (“Банкрот”, Ғ.Камал), 1‑се Башҡ. дәүләт драма театры (1919, Стәрлетамаҡ ҡ.; ҡара: Башҡорт драма театры; “Ашҡаҙар”, М.А.Буранғолов, “Башмағым”, “Ғәлиәбаныу”) спектаклдәренең йөкмәткеһен көнкүреш йыһаздарын һүрәтләү юлы м‑н асыҡлай. 20‑се йй. рәссам С.И.Никандров Башҡ. драма театры спектаклдәренә (“Башҡорт туйы”; “Ҡарағол”, Д.Юлтый) башҡ. халҡының эстетик ҡараштарынан сығып көнкүреште реалистик кәүҙәләндереү маҡсатында орнамент (портал һәм кулисаны биҙәүҙә), традицион кейем һәм халыҡ оҫталары яһаƒан әйберҙәрҙе ҡулланған; Башҡорт Күсмә театры өсөн йәйеп ҡуйырлыҡ йыйылма декорация (ҡолғаларға беркетелгән шаршаулы порталдар, киндер кулисалар, сәхнә арты) эшләгән. Репертуарҙың яңырыуы (индустриялаштырыу һәм коллективлаштырыу т‑да агитпьесалар; спектаклдәрҙә эпизодтарҙың күбәйеүе, тамаша ҡуйыу урындарының тиҙ алмашыныуы) сәбәпле, ритмды күҙҙән яҙҙырмау һәм сәхнәне техник яҡтан камиллаштырыу өсөн (1930 й. әйләнмәле түңәрәк сәхнә ҡуйыла), Никандров конструкциялар м‑н биҙәү стиленә мөрәжәғәт иткән. В.М.Киршондың “Рельстар геүләй” (“Рельсы гудят”), А.М.Таһировтың “Завод”, Ә.Чаныштың “Тимер аҙымдар” спектаклдәренә ул вертикаль баҫҡыслы конструкциялар төҙөлгән, актёрҙар уның майҙансыҡтары һәм баҫҡыстары буйлап йөрөгән; сәхнәлә производство процестары күрһәтелгән, ҡайһы берҙә ысын механизмдар (молотилка, паровоз) ҡуйылған. Конструктивизм башҡ. С. сәхнәне биҙәү ысулдарының дөйөмләштерелеүенә булышлыҡ иткән; 30‑сы йй. уртаһында уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу кәмей. Рәссам М.Н.Арыҫланов БАДТ (“Борис Годунов”, А.С.Пушкин), Өфө урыҫ драма театры (“Һуңғы ҡорбан” – “Последняя жертва”, А.Н.Островский; ҡара: Урыҫ драма театры) спектаклдәрен биҙәгәндә тамашаның йоғонтоһон көсәйтеү өсөн конструктив һәм һүрәтләү алымдарын ҡулланған. Бер үк ваҡытта театр сәнғәтендә реализмды ябайлаштырып ҡабул итеү һөҙөмтәһендә ысынбарлыҡты тормошҡа яҡынайтып күрһәтеү тенденцияһы барлыҡҡа килә: БАДТ‑ла М.Н.Арыҫланов көймәле арбаны ҡамыш м‑н көпләгән (“Ҡарлуғас”, Б.Бикбай), металл көпләмәгә оҡшатып рәсем төшөргән (“Бронепоезд 14–69”, Вс.Иванов), Ғ.Ш.Имашева декорацияны күп көнкүреш әйберҙәре м‑н йыһазлаған (“Ғәлиәбаныу”, М.Фәйзи; “Башмағым”, Х.К.Ибраһимов); Урыҫ драма театрында рәссамдар Никандров (“Камелия тотҡан ханым” – “Дама с камелиями”, А.Дюма‑улы; “Күҙләштереү” – “Очная ставка”, Л.Р.Шейнин һәм бер туған Турҙар), А.М.Житомирский (“Ул килде” – “Он пришёл”, Дж.Пристли; “Урыҫ мәсьәләһе” – “Русский вопрос”, К.М.Симонов), М.М.Молодяшин (“Һуңғылар” – “Последние”, М.Горький; “Платон Кречет”, А.Е.Корнейчук), С.С.Постников (“Любовь Яровая”, К.А.Тренёв; “Алыҫҡа разведка” – “Глубокая разведка”, А.А.Крон) һ.б. көнкүреш деталдәре м‑н тултырылған павильондар төҙөгән. 50‑се йй. башынан яңы образлы фекер, рәсем‑пластика алымдары м‑н сәхнәләге күренештәр атмосфераһын сағылдырыу юлдарын эҙләү башлана. 1948 й. постановкала М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Ғ.Әмириҙең һәм В.Ғ.Ғәлимовтың ш. уҡ исемле инсценировкаһына Имашева яһаƒан декорацияларҙа сәхнә биҙәүҙең предмет‑иллюстрация штамптары өҫтөнлөк итә, 1955 й. постановкала (С.М.Кәлимуллин м‑н берлектә; икеһе лә – БАДТ) геройҙарҙы һәләк иткән мөхиттең тулы образын сағылдырырлыҡ декорациялар эшләй. Башҡ. С. яйлап көнкүреште натуралистик һүрәтләүҙән, декорацияны орнамент м‑н биҙәүҙән арына бара. 60–70‑се йй. Имашева пластика м‑н рәсемде берләштереп, хис‑тойғоло, символдарға бай сценографик хәл ителештәр таба, улар монументаль картиналар һымаҡ ҡабул ителә һәм башҡ. театрының романтик стиленә тап килеп тора (“Ай тотолған төндә”; К.С.Станиславский ис. РСФСР‑ҙың Дәүләт пр., 1967; “Салауат. Өн аралаш ете төш”; икеһе лә – М.Кәрим, “Мария Тюдор”, В.Гюго; бөтәһе лә – БАДТ). 70‑се йй. аҙ. символика‑метафора йүнәлешен үҙ иткән рәссамдарҙың яңы быуыны (Р.М.Арыҫланов, Н.Ғ.Байбурин, А.Л.‑Х.Ғиләжев, Т.Ғ.Йәнекәев) башҡ. С. үҫешен билдәләй. Ошоға тиклем спектаклдәрҙең картинаһы айырым биҙәлһә, бынан ары сәхнәлә еңел үҙгәртелә торған ҡоролма (әйләнмәле түңәрәк сәхнә, яҡтылыҡ м‑н акцент яһау, шаршауҙар системаһын ҡулланыу һ.б.) урынлаштырыла һәм был иғтибарҙы спектаклдең төп идеяһына тупларға мөмкинлек бирә. Хәҙ. заман рәссамдары донъя театры С. тәжрибәһенә таянып, стилләштереү алымдарын иркен ҡуллана. Сценографик ҡоролошҡа новаторҙарса ҡараш Урыҫ драма театры сәхнәһендә Ф.А.Розов (“Кураж әсә һәм уның балалары” – “Мамаша Кураж и её дети”, Б.Брехт), Р.М.Арыҫланов (“Иҫке йорттағы биш романс” – “Пять романсов в старом доме”, В.К.Арро), Ғиләжев (“Ҡыҙға арналған месса” – “Месса по деве”, Ю.Ф.Эдлис) эштәрендә күренә. Рәссамдар сәхнә киңлеген һәм хәҙ. заман яҡтылыҡ техникаһын, аппаратураһын әүҙем ҡуллана башлай, кеше үҙен донъя м‑н бер бөтөн итеп тойорлоҡ атмосфера тыуҙыра (“Сейә баҡсаһы” – “Вишнёвый сад”, А.П.Чехов, “Эшелон”, М.М.Рощин; икеһе лә – Урыҫ драма театры, рәссамы Р.М.Арыҫланов), (“Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..”, М.Кәримдең “Оҙон‑оҙаҡ бала саҡ” повесы б‑са Р.В.Исрафилов инсценировкаһы; БАДТ, рәссамы Йәнекәев). Бер үк ваҡытта халыҡ традицияһына мөнәсәбәт үҙгәрә: М.Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһын (Салауат башҡорт драма театры) Имашева конструкция стилендә хәл итә, Йәнекәев ҡәтғи график стилгә ҡора: уның декорацияларында традицион күп төҫлөлөк юҡ, персонаждары кеше фажиғәләренең өнһөҙ шаһиттары, ҡатып ҡалған аң символдарына әйләнгән туҙанлы һоро таштар араһында йөрөй; Ибраһимовтың “Башмағым” комедияһында (БАДТ) йорт образы бөтә нәмә һатылған һәм һатып алынған балаган сифатында күҙ алдына баҫа. Ф.М.Бүләковтың “Бибинур, ах, Бибинур!..” спектакленә (РФ‑тың Дәүләт пр., 1996) Йәнекәевтең декорацияһы спектакль барышында бер нисә тапҡыр үҙгәрә: Абдрахмандың һаҙлыҡҡа батып барған йорто бер Степан Разин кәмәһенә, бер йылға ярына әйләнә һәм яңынан‑яңы мәғәнә бирә. Башҡортостандың башҡа театрҙары эштәрендә шундай уҡ формалар ҡулланыла. Салауат драма театрында спектаклдәрҙе биҙәү өҫтөндә – С.Ш.Ғәлиев (Һ.Л.Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы б‑са Л.В.Вәлиевтең ш. уҡ исемле спектакле), М.С.Шнейдерман (“Онотолған әҙәм”, Н.Хикмәт; Ғ.Сәләм пр., 1980; “Ҡанлы туй” – “Кровавая свадьба”, Ф.Гарсия Лорка), А.Аҙнабаев (“Андро һәм Сандро” – “Андро и Сандро”, Г.Д.Хугаев), К.Чарыев (“Таштуғай”, Бүләков; “Ах, Сапатера!”, Ф.Гарсия Лорканың “Ғәжәп башмаҡсы ҡыҙ” – “Чудесная башмачница” пьесаһы б‑са) һ.б.; Сибай башҡорт драма театрында – Б.Солтангилдин (“Тормош йыры”, М.Әмир; “Өйләнеү” – “Женитьба”, Н.В.Гоголь), Р.Ш.Хисмәтуллин (“Юлдан яҙған бала” – “Блудный сын”, Э.Раннет), Х.Насиров (“Мөхәббәт тураһында йыр”, Ә.Ҡ.Атнабаев; “Эх, Өфө ҡыҙҙары!”, И.Ә.Абдуллин; “Йәнбикә”, Р.Ә.Сафин), А.Г.Мостафин (“Утлы өйөрмә”, Ә.М.Мирзаһитов); Стәрлетамаҡ урыҫ драма театрында Л.А.Алексеев (“Ә таңдар бында тыныс...” – “А зори здесь тихие...”, Б.Л.Васильевтың ш. уҡ исемле повесы б‑са; “Тол ҡалған һалдат ҡатыны” – “Солдатская вдова”, Н.П.Анкилов), В.П.Хлыбов (“Эт йөрәге” – “Собачье сердце”, М.А.Булгаковтың ш. уҡ исемле повесы б‑са; “Пигмалион”, Б.Шоу) һ.б. эшләгән. 90‑сы йй. башында Башҡортостанда яңы драма театрҙарының барлыҡҡа килеүе С. үҫешенә булышлыҡ итә. Милли Йәштәр театрында художество биҙәлеш м‑н – Р.М.Арыҫланов (“Отелло”, У.Шекспир), Йәнекәев (“Дала ҡиссаһы”, Бүләков), Чарыев (“Иванушканың бәхете” – “Иванушкино счастье”, В.И.Ольшанский), О.Р.Ғималетдинова (“Аҡсарлаҡ” – “Чайка”, Чехов), Ю.В.Ғиләжева (“Мөхәббәт – алтын китап” – “Любовь – книга золотая”, А.Н.Толстой); Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында – Ғиләжев (“Онотолған доға”, Бүләков; БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр., 1994; “Ҡабул ит уларҙы, Шамбала!” – “Прими их, Шамбала!”, Б.Гаврилов); Туймазы татар драма театрында – И.Ә.Саяпов (“Аҡ ҡалпаҡ”, М.Фәйзи; “Шәжәрә”, Ф.Ғ.Яруллин); “Нур” театрында Байбурин (“Аҡ яулығым минең”, Т.Ғ.Миңнуллин), Йәнекәев (“Көҙ”, Ғ.Исхаҡиҙың ш. уҡ исемле повесы б‑са) һ.б. шөғөлләнгән. 20 б. аҙ. театрҙар м‑н рәссамдар Н.Ғ.Ғәбиҙуллина (“Имәнес зат” – “Волосатое чудо”, Аманулла; “Күҙ йәштәре фонтаны”, С.Й.Латипов һәм Х.Ғ.Фәтихова, Пушкиндың “Баҡсаһарай фонтаны” – “Бахчисарайский фонтан” поэмаһы б‑са; икеһе лә – “Нур” театры); Д.Г.Тувалёв (“Әсә хөкөмө”, Атнабаев); Э.Р. Ғиззәтуллин (“Төштәге йыр”, Т.Х.Ғарипова, “Ҡазан һөлгөһө”, К.Ғ.Тинчурин, икеһе лә – Сибай драма театры; “Аттила”, Ғ.Ғ.Шафиҡов, БАДТ; М.Кәрим әҫәре б‑са “Беҙҙең өйҙөң йәме” спектакле, Милли Йәштәр театры); Д.П.Хильченко (“Ҡыҙыл йондоҙ”, М.Ғафури; “Ҡоҙаса”, Б.Бикбай һәм З.Ғ.Исмәғилев; икеһе лә – БАДТ); А.В.Нестеров (“Һаран” – “Скупой”, Мольер; “Аҫты өҫкә килгән донъя”, С.Лобозеровтың “Сит кеше менән ғаилә портреты” – “Семейный портрет с посторонним” пьесаһы б‑са; Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивале дипломанты; Мәскәү, 2006; икеһе лә – Салауат драма театры) әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Спектаклдәрҙе биҙәүҙә ш. уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм сит илдәрҙән рәссамдар ҡатнашҡан: Урыҫ драма театрында – М.М.Курилко (“Иҫтәлек хәҡиҡәте” – “Правда памяти”, А.Х.Абдуллин; “Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына” – “Не было ни гроша, да вдруг алтын”, Островский), Б.Я.Торик (“Яратҡандар тураһында” – “О тех, кто любит”, А.Антокольский; “Дон Сезар де Базан”, Ф.Дюмануар, А.Деннери), В.И.Виданов (“Сеньор Купьелло йортонда Раштыуа байрамы” – “Рождество в доме сеньора Купьелло”, Э. Де Филиппо; “Аҡсарлаҡ” – “Чайка”, Чехов), И.П.Капитанов (“Сәйәхәт итеү йылдары” – “Годы странствий”, А.Н.Арбузов; “Мәңгелеккә саҡырам, Ғали йәнәптәре!” – “Приглашаю в вечность, Ваше Величество!”, Г.И.Гориндың “Кин IV” пьесаһы б‑са), В.С.Королёв (“Дачала йәшәүселәр” – “Дачники”, М.Горький; “Бик ябай тарих” – “Очень простая история”, М.Ладо) һ.б. Улар спектаклдәрҙең С. кинопроекциялар (М.Кәримдең “Ярлыҡау” повесы б‑са “Ай һәм япраҡ ҡойолоу” – “Луна и листопад” спектакле, рәссамы Виданов), сәхнә костюмдарын оҫта стилләштереү (“Ҡара юрға” – “Чёрный иноходец”, Шафиҡов; “Ҡарһылыу” – “Снегурочка”, Островский, бөтәһе лә – Урыҫ драма театры; “Ярғанат” – “Летучая мышь”, И.Штраус, БДОБТ; бөтәһенең дә рәссамы А.В.Коженкова), спектаклдә абстракт дизайн (“Кавказ аҡбур түңәрәге” – “Кавказский меловой круг”, Б.Брехт, Урыҫ драма театры, рәссамы Б.Костяновска; К.Кизиҙың “Кәкүк ояһы” романы б‑са Ә.Ә.Абушахмановтың ш. уҡ исемле спектакле, БАДТ, рәссамы Йәнекәев) һ.б. алымдар индерә. Ҡурсаҡ театры С. тәүге осорҙа драма театры формалары үҙләштерелә, совет пьесалары тематикаһын ҡул аҫтында булған әйберҙәр м‑н сағылдырырға ынтылыш яһала, был театрҙың үҙ йүнәлешен үҫтереүгә ҡамасаулай. Шулай ҙа күп рәссамдар спектаклдең тамашалылығын, образдарға һалынған метафоралылыҡты һаҡлап ҡала. М.Н.Елгаштина ҡурсаҡ спектакле компоненттарын һынландырып, геройҙар тормошонан һоҡланғыс динамик күренештәр ижад итә; уның м‑н бер үк ваҡытта рәссамдар О.М.Штейнкопф, А.М.Столбов, М.Я. һәм В.Ф.Волковтар һ.б. эшләй. 70‑се йй. ҡурсаҡ спектаклдәренең яңы эстетикаһын формалаштырыуға, художестволы телен һәм образын байытыуға рәссамдар Э.Н.Коган (“Бәхет эҙләүсе Хәсән” – “Хасан – искатель счастья”, Е.В.Сперанский; “Батыр йөрәкле Манук” – “Манук – отважное сердце”, И.П.Токмакова), З.А.Сахно (“Тере һыу” – “Живая вода”, А.С.Фәтҡуллин; “Суртан әмере буйынса” – “По щучьему велению”, Е.А.Тараховская), В.И.Смирнова (“Һыу урлау” – “Похищение воды”, К.М.Аҡбашев, “Урал батыр” эпосы мотивтары б‑са Шафиҡовтың “Урал батыр” спектакле), М.Б.Грибанова (“Алтын ҡуллы Нуретдин” – “Нуретдин – золотые руки”, Г.Абакаров; “Бөркөт балаһы осорға өйрәнә” – “Орлёнок учится летать”, Фәтҡуллин һәм Д.Рашкин) булышлыҡ итә. Актёрҙар ҡурсаҡтар м‑н тиң хоҡуҡ алыуға һәм үҙ исеменән һөйләү мөмкинлегенә ирешә. С.Т.Айытматовтың “Аҡ пароход” (“Белый пароход”) повесы б‑са А.Б.Барановтың ш. уҡ исемле спектаклендә, И.В.Штоктың “Илаһи комедия” (“Божественная комедия”), М.Кәримдең “Диктаторға ат бирегеҙ!”, “Ташлама утты, Прометей!” (“Не бросай огонь, Прометей!”) спектаклдәрендә рәссам Грибанова ваҡиғаларҙың тәрән мәғәнәһен асып, актёр м‑н ҡурсаҡ араһындағы мөнәсәбәт үҫешендә ҡатмарлы бәйләнештәрҙе күрһәтеүсе метафоралар барлыҡҡа килтерә. 80–90‑сы йй. М.Кәримдең “Өс таған” повесы б‑са Байбуриндың ш. уҡ исемле (“Таганок”) постановкаһы, С.Нерис поэмаһы б‑са “Эгле — туҙбаш йыландар батшабикәһе” (“Эгле — королева ужей”), “Рамаяна” поэмаһы б‑са Н.Р.Гусева һәм С.Потабенконың “Һинд легендаһы” (“Индийская легенда”) постановкалары халыҡ сәнғәте рухы м‑н һуғарылған; декорациялар еңел үҙгәртелә һәм спектакль сағыу тәьҫирле тамашаға әйләнә; “Шүрәленең төнгө уйындары” (“Ночные игры Шурале”), “Һарнуш” (“Харнуш”) эштәрендә Байбурин (бер үк ваҡытта автор, реж., рәссам) боронғо образдарҙың мифологик‑ритуал өлөшөнә баҫым яһай. Б.Шергиндың “Тылсымлы балдаҡ” (“Волшебное кольцо”) спектакленә — А.С.Волковтың, Шафиҡовтың “Сәсән йыры” (“Песнь сэсэна”) спектакленә В.Б.Яшкуловтың декорациялары Ҡурсаҡ театры С. ҙур ваҡиға була. Опера һәм балет театры С. күп милләтле муз. театрға хас үҫештең төп этаптары күҙәтелә. 40–50‑се йй. рәссамдар Никандров, Н.В.Ситни-ков, М.Н.Арыҫланов, М.А.Беспалова, В.И.Плекунов музыка тыуҙырған тойғоларға ярашлы декорациялар эҙләй, улар иһә иллюстративлыҡты көсәйтә. М.М.Вәлиевтең “Һаҡмар” операһына Беспалова һәр шаршау өсөн хыялдағы тормош мөхитен күҙ алдына баҫтырыусы хикәйәләү стилендәге декорациялар тыуҙыра, костюмдарҙа 1939 й. фольклор‑этнографик экспедицияһы экспонаттарын ҡуллана. Спектаклдең төп эстәлеген сәхнәләге пейзаж сағылдыра, М.Н.Арыҫланов (“Алтынсәс”, Н.Ғ.Йыһанов), Ситников (“Аҡбуҙат”; “Мәргән”, А.А.Эйхенвальд) операларҙы биҙәүҙә Башҡортостан тәбиғәтенең конкрет күренештәрен халыҡ легендаларының образдары м‑н яраштырырға ынтыла. 60–80‑се йй. муз. театр рәссамдары сәхнә биҙәү сәнғәтен киңерәк трактовкалай: авторҙың шәхси почеркы спектаклдең логикаһын һәм унда сағылдырылған образды органик берләштереү мөмкинлеген бирә. Плекунов (“Дон Карлос” операһы, Дж.Верди; “Дон Кихот” балеты, Л.Ф.Минкус), М.Н.Арыҫланов (“Салауат Юлаев” операһы), А.В.Пантелеев (“Баҡсаһарай фонтаны” – “Бахчисарайский фонтан”, Б.В.Асафьев), Р.М.Арыҫланов (“Ҡурай тураһында легенда” – “Легенда о курае” балеты, Р.М.Хәсәнов) декорацияларына биҙәү оҫталығы, тамашасыға йоғонто яһауҙың нескә поэтик алымдары хас. 1990–2000 йй. БДОБТ рәссамдары йыйнаҡ, шартлылыҡ м‑н һуғарылған, баҙыҡ символдар һүрәтләнгән декорациялар ижад итә, улар спектакль барышында үҙгәртелеп, тамашасыла ҡатмарлы ассоциациялар тыуҙыра: Р.М.Арыҫланов (“Ҡаһым түрә”; “Аҡмулла”; “Пика дамаһы” – “Пиковая дама”, П.И.Чайковский), Чарыев (“Ай тотолған төндә”, С.Ә.Низаметдинов), Е.Иванов (“Тылсымлы флейта” – “Волшебная флейта”, В.А.Моцарт) һ.б. биҙәгән опералар. Р.М.Арыҫлановтың балет спектаклдәре С. (“Маугли”, М.Х.Әхмәтов; “Мең дә бер кисә” – “Тысяча и одна ночь”, Ф.Әмиров; “Вальпургия төнө” – “Вальпургиева ночь”, Ш.Гуно) биҙәлеше нигеҙендә – колоритты ентекләп эшкәртеү, сағыу тамашалыҡ һәм декоративлыҡ; С.Б.Бенедиктовтың эштәрендә (“Арҡайым” – “Аркаим”, Л.З.Исмәғилева) Йыһан һәм Ер образдарының органик берләшеүе, күренештәрҙе тормоштоң архаик быуаттары м‑н бәйләү ята. 20 б. 2‑се ярт. Башҡортостан С. Бөтә Рәсәй, Бөтә Союз, сит ил, халыҡ‑ара театр рәссамдары, театр һәм кино рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәләрендә, БАССР театрҙары рәссамдары әҫәрҙәре (1952), “1917–58 йй. Совет театры” (“Советский театр 1917–58 гг.”, 1958), БАДТ рәссамдары, БАССР ойошторолоуҙың 60 йыллығына арналған (икеһе лә – 1979), РФ‑тың Дәүләт пр. лауреаттары (1996), “М.Курилко һәм уның уҡыусылары” (“М.Курилко и его ученики”, 1998; бөтәһе лә – Мәскәү), БР‑ҙың рәссам‑сценографтары (Өфө, 2000) күргәҙмәләрендә күрһәтелә. Театр рәссамдарының эштәре БДХМ; Третьяков галереяһы, А.А.Бахрушин ис. Театр музейы, М.И.Глинка ис. музей (бөтәһе лә – Мәскәү) һ.б. коллекцияларында һаҡлана.

Әҙәб.: Выставка произведений художников‑сценографов Республики Башкортостан / авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 2000.

Л.С.Фәрзетдинова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика