СУХАНОВ Владимир Павлович (27.11. 1948, Өфө), баянсы, педагог. Проф. (1996). РФ‑тың атҡ. артисы (1995), БР‑ҙың халыҡ (2015), БАССР‑ҙың атҡ. (1984) артисы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1973; В.Ф.Беляков класы), 1975–78 йй. Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тында (Мәскәү; етәксеһе А.А.Сурков) стажировка үтә. 1974 й. алып ӨДСИ‑лә уҡыта, 1991–94 йй. халыҡ музыка ҡоралдары каф. мөдире, 2006 й. башлап музыка ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 1975 й. алып Башҡ. филармонияһы солисы, концертмейстеры. С. башҡарыу сәнғәте юғары профессионализм, виртуоз техника, тәьҫирлелек м‑н айырылып тора; С.‑концертмейстерға стилде нескә тойоу, аккомпанементты сағыу импровизациялау хас. 1975 й. алып Р.Ю.Шәйхетдинов м‑н дуэтта, 1988–94 йй. Шәйхетдинов һәм В.А.Башенёв м‑н баянсылар триоһында; СССР‑ҙың халыҡ артисы Б.Т.Штоколов м‑н сығыш яһай. Рәсәй буйлап һәм донъяның 16 илендә гастролдәрҙә була. Сыуаш АССР‑ында үткәрелгән БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1981), ТАССР‑ҙағы БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә (1989) ҡатнаша. Уҡыусылары араһында Р.Р.Сәғитов, РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре Н.И.Махней һәм М.П.Остапенко, БР‑ҙың һәм Сыуаш Респ. – А.М.Бариев, БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы Ә.Ә.Дәүләткилдеев, БР‑ҙың мәғариф отличнигы Ф.Ф.Фәйрушин. 20‑нән ашыу фәнни‑методик хеҙмәт авторы. ӨДСИ‑нең “Метелица” урыҫ халыҡ музыка ҡоралдары ансамбленең (2000) ойоштороусыһы, художество етәксеһе һәм солисы. “Фогтландтағы музыка көндәре” (“Фогтландские дни музыки”) Халыҡ‑ара баянсылар һәм аккордеонсылар конкурсы (Клингенталь ҡ., ГДР, 1975) дипломанты.

Әҙәб.: В творческом поиске. Уфа, 2000; С а г а д е е в а Р.Г. Владимир Павлович Суханов //Народник. 2008. № 4.

Р.Ғ.Сәғәҙиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика