СУФИЯНОВА Сафура Рафиҡ ҡыҙы [1.7.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Аҡҡолай а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 19.10.2001, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). БАССР‑ҙың иң яҡшы һауынсыһы (1963). 1944—89 йй. Әлшәй р‑нының “Завет Ленина” к‑зында эшләй: 1944 й. алып быҙау ҡараусы, 1959 й. — һауынсы, 1985 й. — склад мөдире. Юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшкән: һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 4355 кг тәшкил иткән (1969—70). Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) орд. м‑н бүләкләнгән. Иҫке Аҡҡолай а. С. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Герасимова Е. Сафура //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1973.

И.Ғәримова

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

 

Яндекс.Метрика