СУТЯГИН Александр Васильевич (12.8.1915, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Магнитная ҡсб – 10.1.1991, Ленинград, Өфөлә ерләнгән), йырсы (лирик-драматик баритон). РСФСР‑ҙың халыҡ (1955) һәм атҡ. (1954), БАССР‑ҙың халыҡ (1949) һәм атҡ. (1946) артисы. Башҡ. музыка уч‑щеһын (1936; А.Чернов-Шер класы), Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡ. студияһын (1943; М.В.Владимирова класы) тамамлаған. 1941 й. алып БДОБТ (бер үк ваҡытта Б.В. һуғышы йылдарында БАССР ХКС‑ы эргәһендәге Респ. радиолаштырыу ком‑ты дикторы), 1957—75 йй. Бәләкәй опера һәм балет театры (Ленинград) солисы. Баҙыҡ тембрлы матур көслө тауышҡа, камил дикция, сәхнә үҙенсәлегенә эйә; башҡарыу сәнғәте сағыу темперамент, ҙур актёрлыҡ оҫталығы м‑н айырылып тора. Опера һәм балет театры сәхнәһендә Амонасро (“Аида”), Жермон (“Травиата”; икеһе лә – Дж.Верди), Эскамильо (“Кармен”, Ж.Бизе), Онегин (“Евгений Онегин”, П.И.Чайковский), Грязной (“Батша кәләше” — “Царская невеста”, Н.А.Римский‑Корсаков) һ.б. партияларҙа сығыш яһай. Максим (“Азат”, Р.Ә.Мортазин), Пугачёв (“Салауат Юлаев”), Голландец [Р.Вагнерҙың “Осоп барған Голландец” (“Летучий голландец”) операһының премьераһы] партияларын тәүге башҡарыусы. Концерт репертуарында йырҙар, романстар, сит ил һәм ватан комп. операларынан ариялар һәм дуэттар. СССР‑ҙың халыҡ артисы С.Я.Лемешев м‑н сығыш яһай. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша (1955). СССР һәм сит илдәр буйлап гастролдәрҙә була.

Әҙәб.: Хөснийәров С.Д. Иҫтә, һаман да иҫтә… Өфө, 1996.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика