СУСҠАСЫЛЫҠ, сусҡа үрсетеү; малсылыҡ тармағы. С. төп йүнәлеше – ит. Сусҡа ите – ветчина, бекон, колбаса һ.б. әҙерләү өсөн, тиреһе – аяҡ кейеме һәм эйәр‑өпсөн етештереүҙә, шырты бумала, щёткалар яһағанда ҡулланыла. Башҡортостанда 1880 й. тиклем С. үҙ аллы ҡулланыу характерын йөрөтә. Сусҡалар аҙ продуктив була, крәҫтиән хужалыҡтарында сало етештереү өсөн үрсетелә. 20 б. башында тауар С. барлыҡҡа килә; урындағы сусҡалар сит илдән индерелгәндәре иҫәбенә метислаштырыла. 20‑се йй. алып респ. тоҡомло ата сусҡалар индереү башлана. Респ. С. үҫтереү б‑са планлы эш сусҡ‑ҡ совхоздары (Йәрмәкәй р‑нының 8 Март ис., “Спартак” с‑здары) һәм фермалары (Стәрлетамаҡ р‑нының Т.Г.Шевченко ис. фермаһы һ.б.) ойошторолғандан һуң йәйелдерелә. 50‑се йй. башлап тоҡом һәм тауар базалары нығытыла, тоҡомдар б‑са районлаштырыу планы индерелә. 60‑сы йй. алып сусҡа үрсетеүҙең өҫтөнлөклө ысулы – ауыл хужалығы малдарының продуктлылығын ит (бекон) йүнәлешенә үҙгәртеп, сәнәғәт ҡасырыуы һәм гибридлаштырыу. Сусҡа ите етештереүҙең ағым технологияһы, яһалма ҡасырыу, ашатыу һәм аҫрау процестарын оптималләштереү сусҡа һанының артыуына, уларҙың продуктлылығы күтәрелеүенә булышлыҡ итә. 60‑сы йй. тоҡом сифаттарын камиллаштырыу б‑са эш йыл һайын тауар хужалыҡтарына 18 меңгә тиклем тоҡомло сусҡалар һатыусы 34 хужалыҡта һәм фермала алып барыла. Ҡасырыу өсөн эре аҡ тоҡом (инә тоҡом сифатында), дюрок, эре ҡара тоҡом, ландрас, уржум тоҡомдары ҡулланыла. 1990 й. сусҡа һаны 1194,9 мең башҡа етә. 90‑сы йй. аҙ. мал һанының һәм сусҡа ите етештереү күләменең ҡыҫҡарыуы, мал продуктлылығының кәмеүе күҙәтелә. 2009 й. бөтә категория хужалыҡтарында 580,5 мең баш сусҡа иҫәпләнә, ш. иҫ. а.х. пр‑тиеларында – 183,6 (31,6%), крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында – 44,5 (7,7%), шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа – 352,4 (60,7%). Респ. тоҡомло сусҡалар Горький М. исемендәге тоҡомсолоҡ заводы (Бәләбәй р‑ны), “Туймазы тоҡомсолоҡ заводы” (Туймазы р‑ны) ААЙ‑ларында, “Промцентр” бәләкәй пр‑тиеһында, «“Мичурин” сусҡасылыҡ комплексы» ЯСЙ‑нда (Яңауыл р‑ны), «“Рощинский” совхозы» ДУАХП‑нда (Стәрлетамаҡ р‑ны), “Шаранагро” крәҫтиән (фермер) хужалығында, “Шаранагрогаз” ЯСЙ‑нда (икеһе лә – Шаран р‑ны) үрсетелә һәм һатыла. 18 сусҡ‑ҡ комплексы: “Башагро” компаниялар төркөмө (“Балтас сусҡасылыҡ комплексы”, “Саҡмағош”, “Стәрлетамаҡ сусҡасылыҡ комплексы”, “Шишмә сусҡасылыҡ комплексы” ЯАЙ‑лары), “Башҡорт беконы” ЯСЙ (Бәләбәй, Илеш, Мәләүез сусҡ‑ҡ комплекстары) һ.б эшләй. Сусҡа ите етештереү технологияһын камиллаштырыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 60–70‑се йй. Ауыл хужалығы институтында (Н.В.Бараш, А.В.Близнецов), Аграр университетта (Близнецов, П.К.Каминский, А.А.Седых) үткәрелә. Тоҡомдарҙы һынау, ҡасырыу, һимертеү һәм ит сифаттары б‑са төбәк тоҡомдарын камиллаштырыу мәсьәләләре, зона аспектында ҡатнаш силостың рецептураһы өйрәнелгән. Ашатыу типтарын иҫәпкә алып рацион структураһы оптималләштерелгән, хужалыҡ категорияларын иҫәпкә алып тармаҡты һәм үрсемде интенсивлаштырыу ысулдары эшләнә һәм БР‑ҙың а.х. производствоһына индерелгән.

Әҙәб.: Б л и з н е ц о в А.В. Проблемы интенсификации и повышения эффективности свиноводства в Республике Башкортостан. Уфа, 1997; ш у л у ҡ. Производство свинины при интенсификации отрасли в условиях Южного Урала. М.; Уфа, 2002.

А.В.Близнецов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика