СУРАҒОЛОВА Зилә Солтан ҡыҙы (1.8.1939, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Яңы Ҡарамалы а.), агрохимик‑тупраҡ белгесе. Биол. ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. урмансыһы (1997). Тажик а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (Дүшәмбе, 1963) “Росгипрозем” проект‑тикшеренеү ин‑ты Башҡ‑н ер төҙөлөшө экспедицияһының (Өфө) инженер‑тупраҡ белгесе, өлкән инженер‑тупраҡ белгесе. 1966 й. алып БР Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы БР “Өфө урманы” ДУП‑ының урман тупраҡ‑химия лаб. (1989 й. башлап мөдир) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге урман питомниктарын, ултыртылған ағастарҙы тупраҡ б‑са һәм агрохимик тикшереүгә, ағастарҙың минераль туҡланыуы диагностикаһына, урман хужалығы һәм урман тергеҙеү саралары б‑са тәҡдимдәр эшләүгә арналған. 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Почвы лесных питомников и пути их рационального использования. М., 1974; Почвы лесных питомников Южного Урала: состояние, изменения, оптимизация. М., 2003; Почвенно‑биологические основы выращивания посадочного материала с закрытой корневой системой для воспроизводства лесов в Башкортостане. Уфа, 2009.

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика