“СУЛПАН”, балалар театры. 1993 й. Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайы эргәһендәге Сибай башҡ. легендалар һәм хикәйәттәр театр‑студияһы базаһында “Сулпан” ҡала балалар театры булараҡ ойошторола, 1996 й. алып Сибай башҡ. дәүләт балалар театры, 2013 й. башлап Сибай концерт‑театр берләшмәһенең “С.” балалар театры. Тәүге коллектив составына актёрҙар А.К.Байназарова, Ф.Ф. Ғатауллин, Д.Ш.Ҡолмөхәмәтова, В.Ә.Мусин, Ф.Х.Сафина, М.Ш.Сәлимов, Ф.Р.Әфләтүнова, З.И.Юлмөхәмәтова һ.б., Х.Х.Сафин (легендалар һәм хикәйәттәр театр‑студияһының художество етәксеһе), Ә.Ш.Ҡыуатова (“С.” 1‑се баш реж.) инә. 90‑сы йй. — “С.” балалар өсөн театр булараҡ художество‑эстетик программаһын, тамашаға, фәһем алыуға нигеҙләнгән репертуарын, сәхнәлә кәүҙәләндереү алымдарын билдәләү һәм булдырыу осоро. Был осорҙа спектаклдәр башлыса башҡ., татар халыҡ әкиәттәре, легендалары һәм риүәйәттәре б‑са сәхнәләштерелгән әҫәрҙәр ҡуйыла: А.Ш.Йәғәфәрованың “Тирмәкәй”, Р.М.Ураҡсинаның “Йомро‑йомро йомғағым” һәм “Бүре башы ун ике”, З.Х.Фәйзуллинаның “Мөғжизәләр иле сал Урал”, А.Фәтхуллиндың “Аҡъял батыр”, Т.Ғ.Миңнуллиндың “Ауыл эте Аҡбай”, Н.Ғәйетбайҙың “Батыр әтәс” һ.б. Художестволы сәхнә биҙәлеше м‑н — А. Болғар, Д.Г.Тувалёв; муз. биҙәлеш м‑н — Л.Ф.Баярс, Х.А.Дәүләтов, Ә.С.Зиннурова, Ю.Х.Үҙәнбаев; хореография м‑н Й.З.Бикбирҙин шөғөлләнә. 2000 йй. алып спектаклдәр башҡ. һәм урыҫ телдәрендә ҡуйыла. Репертуарында төрлө йәш төркөмдәре — мәктәпкәсә, кесе, урта һәм өлкән класс уҡыусылары өсөн әҫәрҙәр бар. Мәктәпкәсә йәштәгеләргә ябай сюжетлы спектаклдәр күрһәтелә: Фәйзуллинаның “Андыҙ барҙа ат үлмәҫ”, С.Белов һәм С.Куваевтың “Бишкә тиклем һанайым”, (“Считаю до пяти”) С.Әлибайҙың “Алтын ҡанат”, В.Н.Афониндың “Һәпрүш, йәки Һаумы, ҡауырһынлы Ғәжәп йән!” (“Мымрёнок, или Здравствуй, Чудо в перьях!”) пьесаһы б‑са “Һәпрүш” һ.б.; кесе һәм урта йәштәге мәктәп балалары өсөн — фантастика, героик‑романтик мажаралар жанрындағы постановкалар: К.В.Драгунскаяның “Бөтә малайҙар ҙа һантыйҙар” (“Все мальчишки — дураки”), И.Р. Әлмөхәмәтовтың “Йөрәк сере”, М.М. Ғимрановтың “Тылсымлы ҡурай” спектаклдәре тәҡдим ителә. Был осорҙа үҫмерҙәр өсөн психологик һәм фәлс. характерҙағы постановкалар театрҙың күренекле ҡаҙаныштары булып тора: Н.Ғәйетбайҙың “Ос, аҡсарлаҡ, ос!”, Н.Н.Садурҙың “Мәҙәк ҡарсыҡ” (“Чудная баба”). Трагифарс жанрындағы А.Селиндың “Яҡты киләсәк” (“Светлое будущее”) спектакле режиссёрҙың тәрән фекерләүе, үҙенсәлекле сәхнә формаһы м‑н айырылып тора. Репертуарын байытыуға ынтылып, театр классик әҙәбиәт әҫәрҙәренә мөрәжәғәт итә: Мольерҙың “Сараһыҙҙан табип” (“Лекарь поневоле”), М.Ю.Лермонтовтың “Ашик‑Кериб” әкиәте б‑са Ю.Сидоровтың “Ғашиҡ Ғариф” (“Влюблённый Гариф”), А.С.Пушкиндың “Хикмәтле Салтан батшалығында” (“Сказка о царе Солтане”); Белов һәм Куваевтың “Эт булғым килмәй” (“Не хочу быть собакой”), С.Я.Латиповтың “Әҙәпле ҡуян” кеүек ҡурсаҡ спектаклдәрен сәхнәләштерә. Постановкалар м‑н Г.Ә.Вәлитова, Б.Н.Ибраһимов, Н.В.Искәндәрова, В.Б.Йосопов, М.Г.Күлбаев, Б.В. Мәхмүтов, И.Р.Сакаев, А.Ф. Хөснөтдинов; художестволы биҙәү м‑н — Н.Ғ.Байбурин, Л.И.Байегетова, В.Н.Огай, А.В.Шаһретдинова; муз. биҙәү м‑н — Н.Ә.Дауытов, С.Ә.Низаметдинов; хореография м‑н А.Е.Меловатская, Л.Ф.Мөрсәлимова, Э.Р.Фәтхуллина һ.б. шөғөлләнә. Труппаны ӨДСИ‑нең (ҡара: Сәнғәт институты) махсус курсын тамамлаусылар У.Р. Зәйнуллин, С.М.Вәлиев; Сибай сәнғәт колледжынтамамлаусылар Д.Р. Искәнйәров, З.С. Ҡашҡарова, Ю.К.Юлдыбаев, А.М. Хәйруллина һ.б. тулыландыра. Дир.: Ф.С.Хөснөтдинов (1987—99 йй. һәм 2005—10 йй.), Ф.Ә.Сөләймәнов (1999 й. алып), Йосопов (2004—05 йй. һәм 2013 й. алып), Вәлитова (2010— 13 йй., бер үк ваҡытта художество етәксеһе). “С.” Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. 1993 й. алып Горняктар проспектында үҙ бинаһы бар.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Яндекс.Метрика