СУЗДАЛЬЦЕВ Виктор Иванович (20.1.1940, Чкалов өлк. Хәлил ҡсб), рәссам. РФ-тың (2011) һәм БР‑ҙың (2001)  атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1989). Пенза художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1964; педагогтары Ю.К.Бельдюсов, В.М.Валукин) 2‑се Өфө пед. уч‑щеһында уҡыта, 1969—90 йй. Башҡ‑н ижади‑производство комб‑ты рәссамы.

Пейзаж жанрында (графика, рәсем сәнғәте) эшләй. “Байкал буйлап” (1986), “Вологда өлкәһе буйлап” (1987), “Камчатка буйлап” (1988) акварель сериялары, художество ҡоролошо б‑са нескә тойғоло “Тынлыҡ. Ермаково” (1987), “Багровтың йүкә аллеяһы” (1989) лирик пейзаждар; акварелдә бик һирәк башҡарылған портрет жанрҙарындағы эштәр: “Почтальон портреты” (1985), “Күгәрсен тотоусы” (1987) һәм тематик картиналар: “Ейәнсәр”, “Алмағас” (икеһе лә – 1986) авторы. Рәсем сәнғәтендәге пейзаждары экспрессивлыҡ, төҫтәр гаммаһының баҙыҡлығы м‑н айырылып тора: “Зәңгәр офоҡтар” (1989), “Көҙгө кис” (1990). Шулай уҡ монументаль сәнғәт өлкәһендә эшләй. Уҡыусылары араһында С.Б.Краснов, Р.Ә.Сәлимгәрәев. 1957 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Күмертау (1957), Өфө (1965, 1985, 1992—93, 1998—2000, 2003—07, 2010), Бәләбәй (2000), Нефтекама (2001), Салауат (2002), Ҡурған (2004) ҡалалары. Эштәре БДХМ, Аксаков музейы, Сыуаш художество музейы (Чебоксар) һ.б. коллекцияларында, Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. “Башҡортостан Республикаһының һынлы сәнғәте” күргәҙмә-конкурсы лауреаты (Өфө, 2008).

Әҙәб.: Виктор Суздальцев. Акварель, живопись. Уфа, 2000; Акварельная весна: [кат. выст.] /авт.‑сост. В.М.Сорокина. Уфа, 2005.

И.Н.Оськина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика