СТРИЖЕВСКИЙ Вячеслав Александрович (3.11.1940, Мәскәү), театр‑йәмәғәт эшмәкәре. Сәнғәт ф. канд. (1999). РФ‑тың (1998) һәм БАССР‑ҙың (1988) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Театр эшмәкәрҙәре союзы (1983), Журналистар союзы (1965) ағзаһы. ӨДСИ‑не (1979; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы), ГИТИС эргәһендәге Юғары сәхнә сәнғәте эшмәкәрҙәре мәктәбен (1989; Г.Г.Дадамян курсы) тамамлаған. 1964 й. алып “Ленинец”, 1968 й. — “Вечерняя Уфа” гәз. фотокорреспонденты, 1980 й. башлап “Башфото—Нур” ПБ‑ның ген. дир., 1983 й. – Башҡортостандың Респ. урыҫ драма театры дир., 1998—2001 йй. БДОБТ‑ның ген. дир., бер үк ваҡытта БР мәҙәниәт министры урынбаҫары, 2006—07 йй. “Уфа” ж., 2008 й. алып “Единая Россия. Башкортостан” (“Берҙәм Рәсәй. Башҡортостан”) гәз. фотокорреспонденты. 1997—2004 йй. БР‑ҙың Поляк мәҙәни‑ағартыу үҙәге рәйесе (ҡара: “Возрождение”). Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (1997).

Хеҙм.: Театральный подъезд (Формирование русского театра в Башкортостане, конец XVIII — начало XX вв.). Уфа, 1999.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика