СТРЕЛЯЕВА Лидия Николаевна (7.4.1902, Таврия губ. Мелитополь өйәҙе Кизияр а. — 29.6.1987, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а.), селекционер. БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1982). 1920—23 йй. М.В.Фрунзе ис. Ҡырым ун‑тында (Симферополь ҡ.) уҡыған. 1926—27 йй. К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. эргәһендәге емеш-еләк ст. эшләй, 1930—35 йй. БАССР‑ҙың Игенселек ХК‑ның баҡса ст. (Топорнин р‑ны Топорнин а.) эргәһендәге Бөтә Союз үҫемлекселек ин‑тының (Ленинград) дәүләт сорт йәшелсә һәм һирәк культуралар участкаһы мөдире. 1935 й. алып Башҡ‑н емеш‑еләк тәж. ст. (1945 й. башлап бүлек мөдире), 1956 й. — БНИИЗиС-тың өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни тикшеренеүҙәре виноград селекцияһына, уны үҫтереү технологияһын эшләүгә арналған. С. тарафынан виноградтың Александр, Башкирский, Карагай, Памяти Стреляевой, Юбилейный сорттары сығарылған. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1951).

Х е ҙ м.: Культура винограда в Башкирии. М., 1966.

М.Ғ.Әбдиева

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Яндекс.Метрика