“СТӘРЛЕТАМАҠ” тәжрибә‑производство хужалығы. Башҡортостандың Урал алды дала зонаһы өсөн игенселек, һыйырсылыҡ өлкәһендә БНИИСХ‑ның эксперименталь базаһы булып тора. Иген, мал аҙығы культуралары орлоҡсолоғона, ҡара‑сыбар тоҡомло, симменталь тоҡомло йәш һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. 1933 й. “Рупор” к‑зы базаһында Бөтә Союз соя ҒТИ‑ның (Благовещенск ҡ., Амур өлк.) терәк пункты булараҡ ойошторола, 1965 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Стәрлетамаҡ р‑ны Яңы Васильевка а. урынлашҡан. 2007 й. 138 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны — 2336 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 1914 га. Иген культураларының уңдырышлылығы 29,2 ц/га тәшкил иткән, 3105,4 т иген етештерелгән. Һыйыр малы һаны — 887 (ш. иҫ. 240 һыйыр), йылҡы — 9; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 6969 кг, йәш һыйыр малының уртаса тәүлек артымы — 688 г; етештерелгән (т): ит — 53, һөт — 1533. Йыл һайын респ. хужалыҡтарына 170 башҡа тиклем йәш һыйыр малы һата. Тәж.‑производство хужалығында Урал алды зонаһы өсөн баҫыу культуралары агротехникаһы эшләнә, төп һәм сәсеү алдынан ер эшкәртеү алымдары тәҡдим ителә, төрлө сәсеү әйләнеше типтары һәм схемаларына, ашлама индереү ысулдарына агроиҡт. баһа бирелә һ.б. Тәж.‑производство хужалығы м‑н Р.Т.Ғилметдинов, Г.Н.Лысак, С.Ә.Әбдрәшитов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

В.М.Шириев

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика