СТӘРЛЕТАМАҠ УРЫҪ ДРАМА ТЕАТРЫ. 1946 й. Белорет драма театры базаһында ойошторола. 1990 й. алып “САММИ” (актёрҙар, менеджерҙар, меценаттар, интеллектуалдар союзы) театр‑мәҙәни берекмәһе составына, 1994—2002 йй. Стәрлетамаҡ ҡ. театр берекмәһе составына инә.

Тәүге художество етәксеһе — К.Х.Шахбазиди (1947 й. алып). Труппаның беренсе составына Белорет драма театры, Дәүләт урыҫ драма театры (ҡара: Урыҫ драма театры) актёрҙары, Башҡорт филармонияһы эргәһендәге оперетта ансамбле, ш. уҡ В.Астахов, Е.Вильчевская, Б.Ф.Земло, Т.Малинина, М.А.Маркелова, И.Шмаков һ.б. инә. Репертуарҙа күбеһенсә хәрби-патриотик һәм производство темаһына постановкалар өҫтөнлөк итә: А.А.Фадеевтың “Йәш гвардия” (“Молодая гвардия”) романы б‑са ш. уҡ исемле спектакль, В.А.Кавериндың “Ике капитан” (“Два капитана”) романы б‑са ш. уҡ исемле спектакль, М.И.Алигерҙың “Зоя” поэмаһы б‑са ш. уҡ исемле спектакль, А.Н.Арбузовтың “Алты һөйгән йәр” (“Шестеро любимых”), К.М.Симоновтың “Беҙҙең ҡала егете” (“Парень из нашего города”) һ.б. Художестволы биҙәү өҫтөндә В.П.Темплин эшләй.

50—60‑сы йй. труппа өсөн донъя классикаһы рухи-эстетик тәжрибә һәм художество-поэтик оҫталыҡ сығанағы булып хеҙмәт итә: У.Шекспирҙың “Ромео һәм Джульетта” (“Ромео и Джульетта”), “Отелло”, “Буштан‑бушҡа тауыш ҡуптарыу” (“Много шума из ничего”), М.Горькийҙың “Васса Железнова” һ.б. Труппа составына Г.В.Акулов, Г.Должанская, А.А.Злобинская, Г.Н.Клименко, С.Э.Светланова, А.А.Туганова һ.б. инә. Театрҙың художество етәкселәре: В.И.Гриценко (1957 й. алып), Е.А.Меркулович (1960—72). Художестволы биҙәү м‑н Л.А.Алексеев, Б.Г.Молодоженин, П.Д.Терехов; муз. биҙәү — Е.Н.Панфилов шөғөлләнә.

Айырыуса Д.С.Шрагер етәкс. (1971—87 йй. баш реж., 1994—95 йй. художество етәксеһе) театр ҙур ижади ҡаҙаныштарға ирешә. Репертуарҙа башлыса хәҙ. заман урыҫ [Э.С.Радзинскийҙың “1981 йылғы спорт күренештәре” (“Спортивные сцены 1981 г.”), В.Москаленконың  “Еңеүсе” (“Победитель”), В.Варфоломеевтың “Яр буйында өсәү” (“Трое на берегу”), М.М.Рощиндың “Ҡурҡыныс хата” (“Роковая ошибка”), В.С.Розовтың “Кабанчик”, А.Чхаидзеның “Ирекле тема” (“Свободная тема”)] һәм классик [Лопе де Веганың “Тапҡыр ғашиҡ ҡыҙ” (“Изобретательная влюблённая”), Д.Т.Ленскийҙың “Күркәм һәм йәмһеҙ, ахмаҡ та һәм аҡыллы ла” (“Хороша и дурна, и глупа и умна”), М.А.Булгаковтың “Эт йөрәге” (“Собачье сердце”) повесы б‑са ш. уҡ исемле спектакль] әҙәбиәте әҫәрҙәре күрһәтелә. Шрагерҙың “Ә таңдар бында тыныс...” (Б.Л.Васильевтың “А зори здесь тихие...” повесы б‑са), А.В.Вампиловтың “Былтыр йәй Чулимскиҙа” (“Прошлым летом в Чулимске”), Рощиндың “Валентин һәм Валентина” (“Валентин и Валентина”), Н.В.Думбадзеның “Мәңгелек ҡануны” (“Закон вечности”) романы б‑са ш. уҡ исемле спектакле постановкаларына новаторлыҡ, нескә психологизм, гражданлыҡ пафосы; В.П.Гуркиндың “Мөхәббәт һәм күгәрсендәр” (“Любовь и голуби”) комедияһына тормошсан башланғыс, юмор, лиризм хас; А.Х.Абдуллиндың “Ун өсөнсө председатель” (“Тринадцатый председатель”), А.И.Гельмандың “Купелағы төн” (“Ночь в купе”) спектакдәрендә замандың тәрән соц. һәм мораль-этик проблемалары сағылдырыла. Реж. К.Д.Хотяновский Т.Уильямстың “Роза тамғаһы” (“Татуированная роза”), С.Родионовтың “Һорау алыу” (“Допрос”) эштәрендә киҫкен психологик алымдар м‑н гуманлыҡ темаһын аса. Постановкаларҙы ш. уҡ А.Л.Бовен, А.Ф.Митькин; художестволы биҙәүҙе — М.И.Кузнецов, В.П.Хлыбов; муз. биҙәүҙе Е.Н.Толмачёва, М.Г.Щетинина башҡара. Труппа составына В.Е.Бродская, М.М.Кирәева, А.П.Медведев, Э.А.Морская, Г.А.Муштаков, Н.М.Панов, О.А.Черных һ.б. инә.

90‑сы йй. театр ҡатмарлы фәлс. темаларға мөрәжәғәт итә, кешенең күңел түрендәге серҙәрен асырға ынтыла. Сәхнәгә башлыса сит ил драматургияһы әҫәрҙәре, ш. иҫ. Көнбайыш модернизмы һәм абсурд драмаһынан спектаклдәр ҡуйыла: Ж.Ануйҙың “Медея”, Б.Шоуҙың “Пигмалион”, Р.Роуздың “Асыуланған 12 ир...” (“12 разгневанных мужчин...”) пьесаһы б‑са “12 асыулы...”, А.Камю һәм У.Флокнерҙың “Монахиняға реквием” (“Реквием по монахине”). Реж. М.Г.Күлбаевтың (1996—99 йй. художество етәксеһе) “Орфей тамуҡҡа төшә” (“Орфей спускается в ад”, Т.Уильямс), “Үҙ‑үҙенә ҡул һалыусы” (“Самоубийца”, Н.Р.Эрдман) постановкалары үҙенсәлекле сәхнә формаһы, актёрҙарҙың сағыу уйыны м‑н; Хотяновскийҙың “Камелияһыҙ ханым” (“Дама без камелий”, Г.Рэттиген), “Мөғжизә тыуҙырыусы” (“Сотворившая чудо”, У.Гибсон), “Анфиса” (Л.Н.Андреев), “Һабан турғайы” (“Жаворонок”, Ануй) постановкалары ғәҙәти булмаған ваҡиғалар асылын сағылдырырға, спектакль‑притча ҡуйырға ынтылышы м‑н айырылып тора. М.Н.Задорновтың “Һуңғы ынтылыш” (“Последняя попытка”), Э.В.Брагинскийҙың “Хыял уйыны” (“Игра воображения”) комедиялары, Г.И.Гориндың “Кин IV, йәки Гений һәм әҙәпһеҙлек” (“Кин IV, или Гений и беспутство”) трагикомедияһы, А.Н.Островскийҙың “Василиса Мелентьева”пьесаһы б‑са “Иван Грозныйҙың алтынсы ҡатыны” (“Шестая жена Ивана Грозного”), “Ай тотолған төндә”трагедиялары, балалар өсөн А.Арцишевскийҙың “Ҡуян туғанҡай” (“Ай да братец кролик”), Н.Хикмәттең “Ғашиҡ булған болот” (“Влюблённое облако”) әкиәттәре һ.б. сәхнәгә ҡуйыла. Постановкалар өҫтөндә ш. уҡ Г.М.Ильясова, Панов, Н.К.Черкасов, Шрагер; художестволы биҙәү — Хлыбов, М.С.Шнейдерман; муз. биҙәү өҫтөндә И.В.Лебедев эшләй. 80‑се йй. аҙ. труппаны Я.Е.Воробьёв, С.Ю.Дербенцев, С.Г.Закирова, В.В.Новикова, С.В.Патраева, А.А.Подзигунов, А.С.Шабаев, Г.Р.Шулепова һ.б. тулыландыра.

2000 йй. театрҙың ижади эҙләнеүҙәре сәхнәлә сағыу театр алымдары м‑н психологизмды яраштырыуға йүнәлтелә, был айырыуса Б.В.Щукин ис. Театр уч‑щеһын тамамлаусы И.А.Черкашин (2002 й. алып художество етәксеһе) постановкаларында асыҡ сағыла: Н.В.Гоголдең “Өйләнеү” (“Женитьба”, Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙарының фестивале дипломанты; Лысьва ҡ., 2004), М.Шизгалдың “Мөхәббәт” [“Любовь”, “Алтын ат” (“Золотой конёк”) Асыҡ фестиваль‑конкурсы дипломанты; Төмән ҡ., 2002], В.И.Ольшанскийҙың “Хапун” (Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивалендә төрлө номинацияларҙа наградалар яулай; Вышний Волочёк ҡ., 2006). Театрҙың репертуары урыҫ [А.П.Чеховтың “Ваня ағай” (“Дядя Ваня”), М.Горькийҙың “Һуңғылар” (“Последние”), Островскийҙың “Таланттар һәм табыныусылар” (“Таланты и поклонники”) пьесаһы б‑са “Уңыш хаҡы” (“Цена успеха”)], хәҙ. заман [А.Лаврин һәм В.Коркиндың “Бөйөк һөйәр, йәки Казанованың һуңғы төнө” (“Великий любовник, или Последняя ночь Казановы”) пьесаһы б‑са “Бөйөк юлдан яҙҙырыусы” (“Великий обольститель”), Ольшанскийҙың “Ун өсөнсө йондоҙ” (“Тринадцатая звезда”), А.М.Галиндың “Сирена һәм Виктория” (“Сирена и Виктория”)] һәм сит ил (Э.Де Филиппоның “Филумена Мартурано”, К.Гоцциҙың “Принцесса Турандот”, А.Герниҙың “Сильвия”) классикаһы әҙәбиәте әҫәрҙәре м‑н тулылана. О.А.Богаевтың “Урыҫ халыҡ почтаһы” (“Русская народная почта”) спектакле соц. тематика, гуманистик идеялар, Л.Герштың “Был ирекле күбәләктәр” (“Эти свободные бабочки”), В.В.Жеребцовтың “Үбеү” (“Поцелуй”), Н.М.Птушкинаның “Ул үлгәнсе” (“Пока она умирала”) спектаклдәре лирик интонация м‑н һуғарылған. Постановкалар м‑н ш. уҡ О.Пронин, Г.Ю.Тулес, Л.А.Чигин; художестволы биҙәү — Н.Белова, В.С.Королёв, Г.И.Сенечко, Хлыбов, муз. биҙәү — В.А.Канищев, Лебедев, Ю.В.Прялкин; хореография м‑н Э.Айзенберг, С.Скосырская шөғөлләнә. Труппаға актёрҙар С.Ғ.Ғиниәтуллина, А.А.Гришкина, С.А.Сапунов, О.А.Франц, Д.Т.Хисамов һ.б. инә. С.у.д.т. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. Дир.: И.И.Чернышевский (1946 й. алып), Гриценко (1957 й. алып), Земло (1960 й. алып), А.Е.Полянкин (1987 й. алып), В.А.Замесина (2002 й. алып).

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

Яндекс.Метрика