СТЕПАНОВ Лев Борисович (26.12.1908, Томск ҡ. – 25.6.1971, Мәскәү), композитор. СССР Композиторҙар союзы ағзаһы (1939). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1938; Н.Я.Мясковский класы). Әҫәрҙәре араһында опералар, балеттар, ш. уҡ оркестр м‑н төрлө инструменттар өсөн концерттар, камера‑вокаль һәм камера‑инструменталь әҫәрҙәр, халыҡ йырҙарына эшкәртмәләр, к/ф музыка һ.б. Беренсе башҡ. балеты “Сыңрау торна” авторҙарының береһе. Сталин пр. лауреаты (1951).

Әҙәб.: Махней С.И. Русские композиторы и Башкирия (к проблеме взаимодействия двух культур). Уфа, 2008.

С.И.Махней

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика