СССР‑ҘЫҢ 60 ЙЫЛЛЫҒЫ ИСЕМЕНДӘГЕ СОВХОЗ, дәүләт пр‑тиеһы. Өфө р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Николаевка ауылы. Составына йәш һыйыр малы үҫтереү һәм һимертеү комплексы (ҡеүәте 10 мең баш; БР‑ҙа иң ҙурҙарҙың береһе), 3 һөтсөлөк һәм һыйыр малы һимертеү фермаһы инә. 2001 й. 640 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 8555 га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 7256. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 25,6, картуф — 75,3, күп йыллыҡ үләндәр (бесән) — 24,7; етештереү (т): иген — 44915, картуф — 587,5, күп йыллыҡ үләндәр бесәне — 11670. Һыйыр малы һаны — 1710 (ш. иҫ. 523 һыйыр); һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 6052 кг, йәш һыйыр малының уртаса тәүлек артымы — 697 г; етештереү (т): һөт — 1319,5, ит — 1104,9. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатылған.

1966 й. “Йоматау” с‑зы булараҡ ойошторола, 1982 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2003 й. хәҙ. статусын ала. 1973 й. итальян технологияһы б‑са һыйыр малы һимертеү сәнәғәт комплексы файҙаланыуға тапшырыла. 1978 й. 1480 га ергә һуғарыу системаһы индерелә. 1991 й. башлап хужалыҡта кишер һәм башҡа йәшелсә үҫтереүҙең голланд технологияһы ҡулланыла. Хужалыҡ м‑н И.Д.Горлач һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика