СПИРИДОНОВ Михаил Григорьевич (28.4.1952, Өфө), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Метафизик йүнәлеш вәкиле, әҫәрҙәрендә кешеләрҙең, предметтарҙыңһәм тәбиғәттең реалистик һүрәтләнеше социалистик реализмға хас булмаған яңғыраш ала. Ҡала ситтәрен сағылдырған тәүге пейзаждарында һағышлы кәйеф (“Өфө ихатаһы”, 1977; “Ҡыштырлауҙар”, 1979), ҡайһы бер эштәрендә ысынбарлыҡты ҡабул итә алмау (“Ҡыҫҡа ваҡыт арауығындағы сәйәхәт”, 1987) күҙәтелә. Һуңынан Йыһан нурына һәм серлелегенә мөрәжәғәт итә (“Аҡ юл”, 1993; “Яҡты таң”, 2001), рухи төшөнкөлөк хәлен сағылдыра (“Таныш түгел бәләкәй станция”, 2007). С. картиналарында башлыса яңғыҙ, үҙенә йомолған, илаһи көстәр ихтыярына бирелгән (“Оран”, 1990) йәки тормошта бөтөнләй юғалып ҡалған кешеләр (“Юлсылар”, 1992; ҡара: Һынлы сәнғәттә реалистик булмаған ағымдар) һүрәтләнә. 1976 й. алып күргәҙмәләрҙәҡатнаша. БР һәм РФ ҡалаларында 50нән ашыу шәхси күргәҙмәһе ойошторола (1980 й. алып). Эштәре БДХМ, “Мираҫ”, “Урал” галереялары (бөтәһе ләӨфө), К.А.Савицкий ис. музей (Пенза ҡ.) коллекцияларында, Рәсәйҙәһәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Михаил Спиридонов. Живопись: каталог. Уфа, 1994; Г а р б у з А. Современная художественная культура Башкортостана. Уфа, 2007.

И.Н.Оськина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

СПИРИДОНОВ Михаил Григорьевич (28.4.1952, Өфө), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Метафизик йүнәлеш вәкиле, әҫәрҙәрендә кешеләрҙең, предметтарҙыңһәм тәбиғәттең реалистик һүрәтләнеше социалистик реализмға хас булмаған яңғыраш ала. Ҡала ситтәрен сағылдырған тәүге пейзаждарында һағышлы кәйеф (“Өфө ихатаһы”, 1977; “Ҡыштырлауҙар”, 1979), ҡайһы бер эштәрендә ысынбарлыҡты ҡабул итә алмау (“Ҡыҫҡа ваҡыт арауығындағы сәйәхәт”, 1987) күҙәтелә. Һуңынан Йыһан нурына һәм серлелегенә мөрәжәғәт итә (“Аҡ юл”, 1993; “Яҡты таң”, 2001), рухи төшөнкөлөк хәлен сағылдыра (“Таныш түгел бәләкәй станция”, 2007). С. картиналарында башлыса яңғыҙ, үҙенә йомолған, илаһи көстәр ихтыярына бирелгән (“Оран”, 1990) йәки тормошта бөтөнләй юғалып ҡалған кешеләр (“Юлсылар”, 1992; ҡара: Һынлы сәнғәттә реалистик булмаған ағымдар) һүрәтләнә. 1976 й. алып күргәҙмәләрҙәҡатнаша. БР һәм РФ ҡалаларында 50нән ашыу шәхси күргәҙмәһе ойошторола (1980 й. алып). Эштәре БДХМ, “Мираҫ”, “Урал” галереялары (бөтәһе ләӨфө), К.А.Савицкий ис. музей (Пенза ҡ.) коллекцияларында, Рәсәйҙәһәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Әҙәб.: Михаил Спиридонов. Живопись: каталог. Уфа, 1994; Г а р б у з А. Современная художественная культура Башкортостана. Уфа, 2007. И.Н.Оськина Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика