АРХЕЙ (гр. archaios — боронғо), археозой, архей эраһы, архей акротемаһы, кембрий алдының түбәнге бүлексәһе, Ер геол. тарихында иң боронғоһо. 1 млрд йылдан ашыу дауам итә. Йәшенең үрге сиге — 2500±50 млн йыл. Түбәнге (400 млн йылдан ашыу) һәм үрге (650 млн йылға яҡын) эонотемаға бүленә. Архей ҡатламдары Башҡортостандың көнбайышында (Туймазы нефть ятҡылығы һәм Серафимовка нефть ятҡылығы) палеозой һәм рифей‑венд ултырмалары аҫтында тәрән скважиналар м‑н 1700—2400, һирәк 2800 м тәрәнлектә асыла. Гнейстарҙан (биотитлы, пироксен-биотитлы, гранат-биотитлы һәм силлиманит-биотитлы), амфиболиттарҙан һәм слюдалы кварциттарҙан тора. А. отрадна, оло сирмешән һәм сәрмән сериялары айырыла.

Әҙәб.: Салоп Л.И. Общая стратиграфическая шкала докембрия. Периодизация докембрия материков северного полушария и основные черты раннего этапа геологической эволюции. Л., 1973; Жамойда А.И., Мазарович О.А., Соколов Р.И. Общая стратиграфическая (геохронологическая) шкала. СПб., 1993.

А.А.Алексеев, В.И.Козлов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018