СПИВАКОВ ВладимирТеодорович (12.9.1944, Черниковск ҡ., хәҙ. Өфө эсендә), скрипкасы, дирижёр. СССР‑ҙың (1989), РФ‑тың (1999), Әрмән ССР‑ының (1989) халыҡ артисы. Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1967; Ю.И.Янкелевич класы). 1979 й. алып “Виртуозы Москвы” Дәүләт камера оркестрының ойоштороусыһы, художество етәксеһе һәм баш дирижёры (1990—97 йй. Испанияла була), 1999—2002 йй. Рәсәй милли симфоник оркестрының, 2003 й. башлап Рәсәй Милли филармонияһы оркестрының (бөтәһе лә – Мәскәү) художество етәксеһе һәм баш дирижёры.

С.‑скрипкасы оҫтаһына автор ниәтен тәрән аңлау, бай, аһәңле һәм моңло яңғырашҡа өлгәшеү, сағыу артислыҡ хас. Репертуарында донъя классиктары һәм хәҙ. заман комп. әҫәрҙәре. Күренекле дирижёрҙар К.Аббадо, Л.Бернстайн, Л.Маазель, Р.Мути, С.Озава, М.Л.Ростропович, Е.В.Светланов, Ю.Х.Темирканов етәкс. оркестрҙар м‑н сығыш яһай. С.‑дирижёр ижады киң билдәле һәм әлегә тиклем билдәһеҙ булған симфоник әҫәрҙәрҙе үҙенсәлекле интерпретациялау м‑н айырылып тора. 1979 й. Чикаго филармонияһы оркестры (АҠШ) м‑н тәүге тапҡыр сығыш яһай. АҠШ, Бөйөк Британия, Венгрия, Германия, Италия, Францияның төп оркестрҙары м‑н уйнай.

1994 й. Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фондын булдыра. Кольмар ҡ. (Франция) Халыҡ-ара муз. фестивален ойоштороусы һәм художество етәксеһе (1989); Мәскәү Халыҡ-ара музыка йортон ойоштороусы һәм президенты (2003). М.Лонг һәм Ж.Тибо ис. (Париж, Франция, 1965), Н.Паганини ис. (Генуя ҡ., Италия, 1967), скрипкасыларҙың (Монреаль ҡ., Канада, 1969), П.И.Чайковский ис. (Мәскәү, 1970) халыҡ-ара конкурстар, СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1989) лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (1993), 3‑сө дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (1999), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән. Салауат ҡ. һәләтле балалар өсөн уның исемендәге музыка мәктәбе асыла (2014).

А.Р.Сабирова

Тәрж Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика