СПАДАВЕККИА Антонио Эммануилович (3.6.1907, Одесса ҡ. — 7.2.1988, Мәскәү), композитор. РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1977) һәм атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1963). Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1937; В.Я.Шебалин класы). Әҫәрҙәре араһында драма спектаклдәренә, к/ф музыка, ш. уҡ опера, балет, ораториялар, симфоник оркестр, камерный ансамблдәр өсөн әҫәрҙәр, төрлө музыка ҡоралдары м‑н оркестр өсөн концерттар, камерный вокаль лирика һ.б. Б.В. һуғышы йылдарында Өфөлә йәшәгән һәм эшләгән. “Аҡбуҙат” операһы (Х.Ш.Заимов м‑н берлектә), башҡ. йырҙары темаһына “Героик увертюра” (“Героическая увертюра”; 1942) авторы. 1963 й. Опера һәм балет театры сәхнәһендә Э.Л.Войнич романы б‑са яҙылған С. “Күгәүен” (“Овод”) операһы ҡуйыла.

Әҙәб.: Р о м а щ у к И.М. Антонио Спадавеккиа. М., 1988.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика