СӨНҒӘТУЛЛИНА Зилә Даян ҡыҙы (30.7.1949, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Үрге Ҡыйғы а.), йырсы (лирик‑колоратуралы сопрано), педагог. Проф. (1998). РФ‑тың (1995), ТАССР‑ҙың (1980), Ҡарағалпаҡ АССР‑ының (1980) халыҡ артисы, РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1985). Ҡазан консерваторияһын тамамлағандан һуң (1973; В.А.Лазько класы) 2009 й. тиклем Татар опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1983 й. алып Ҡазан консерваторияһында уҡыта, 1998 й. — яңғыҙ йырлау каф. мөдире. Сағыу драматик һәләтле, бай тембрлы матур көслө тауышҡа эйә булған йырсы. Төп партиялары: Виолетта (“Травиата”), Джильда (“Риголетто”; икеһе лә — Дж.Верди), Розина (“Севилья цирюльнигы” — “Севильский цирюльник”, Дж.Россини), Иоланта (ш. уҡ исемле опера), Татьяна (“Евгений Онегин”; икеһе лә — П.И.Чайковский), Марфа (“Батша кәләше” — “Царская невеста”, Н.А. Римский-Корсаков). Репертуарында урыҫ, татар композиторҙарының романстары, татар халыҡ йырҙары. СССР һәм сит илдәр (Бөйөк Британия, Германия, Финляндия, Франция, Швейцария һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. ТАССР‑ҙың Ғ.Туҡай ис. Дәүләт пр. лауреаты (1984). Дуҫлыҡ орд. м‑н бүләкләнгән (2009).

А.Р.Сабирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика