СӨЛӘЙМӘНОВА Гүзәл Ғәле ҡыҙы (25.2.1927, Өфө — 14.4.1969, шунда уҡ), балет артисы. РСФСР‑ҙың (1955), БАССР‑ҙың (1953) халыҡ артисы. 1936—47 йй. (өҙөклөктәр м‑н) Ленинград хореография уч‑щеһында уҡыған (педагогы М.Ф.Романова). 1945 й. алып БДОБТ солисы. Ленинград балет мәктәбенең акад. традицияларын дауам итеүсе. С. иҫтә ҡалырлыҡ байтаҡ образдар ижад итә. Камил пластик кәүҙәләндереү оҫталығына эйә була. С. бейеүе нескә техника, һомғол хәрәкәттәр, күтәренке тойғоло һәм нәфис башҡарыу м‑н айырылып тора. Төп партиялары: Мария (“Баҡсаһарай фонтаны” — “Бахчисарайский фонтан”, Б.В.Асафьев; дебют, 1945), Одетта—Одиллия (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”, П.И.Чайковский), Джульетта (“Ромео һәм Джульетта” — “Ромео и Джульетта”, С.С.Прокофьев), Жизель (А.Адандың ш. уҡ исемле балеты), Тао Хоа (“Ҡыҙыл мәк” — “Красный мак”, Р.М.Глиэр) һ.б. Лауренсия (А.А.Крейндың ш. уҡ исемле балеты), Раймонда (А.К.Глазуновтың ш. уҡ исемле балеты), Сари (“Йәшенле һуҡмаҡтан” — “Тропою грома”, К.А.Караев), Әминә (“Тау бөркөтө”), Зарифа (“Тау риүәйәте” — “Горная быль”, А.С.Ключарёв) һ.б. партияларҙы тәүге башҡарыусы. Х.Ш.Заимов һәм А.К.Чугаевтың “Ҡара йөҙҙәр” (“Черноликие”) балетында Ғәлимә партияһында С.‑актриса таланты асыҡ сағыла. Концерт репертуарында С.В.Рахманинов муз. С.В.Дречин һәм Ф.М.Саттаровтың “Элегия” хореографик миниатюраһы, И.О.Дунаевский, В.И.Ребиков муз. вальстар һ.б. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша (1955). СССР һәм донъяның 18 иле буйлап гастролдәрҙә була. Өфөлә С. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Саитов С. Танец ликующий. Уфа, 1968; Жиленко Н. О чём этих линий полёт, неужто он тоже не вечен? //Гран-па башкирского балета. Уфа, 2007.

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика