СӨЛӘЙМӘНОВА Бибизада Хәйбулла ҡыҙы [26.5.1926, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Ишле утары (БР‑ҙың Белорет р‑ны) – 17.6.1998, шунда уҡ], өзләү оҫтаһы. Башҡортостандың Урал аръяғының боронғо башҡарыу традицияларын дауам итеүсе. С. сәнғәте уникаллеге, оҫта һәм йыш ҡына өс тауышлы булған техникаһы, бай орнаментикаһы м‑н айырылып тора. Репертуарында башҡ. халыҡ йырҙары “Ғайса ахун”, “Гөлнәзирә”, “Зарифа”, “Ете ҡыҙ”, “Ҡарабай” һ.б.; башҡ. комп. йырҙары. Ағас ҡумыҙҙа, мандолинала уйнаған.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Яндекс.Метрика