СӨЛӘЙМӘНОВ Риф Сафа улы [9.6.1936, БАССР‑ҙың Малаяҙ р‑ны Лағыр а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны)], муз. белгесе‑фольклорсы. Сәнғәт ғилеме д‑ры (2006). РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2000), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1990). Композиторҙар союзы ағзаһы (1986). Ҡазан пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1968) Өфө муз. тәрбиә биреү мәктәп-интернатында уҡыта. 1970 й. алып ТТӘИ‑лә эшләй (1990 й. – өлкән ғилми хеҙм‑р). Фәнни хеҙмәттәре башҡ. халыҡ йырҙарының, йолаларының жанр үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә, ш. уҡ думбыра, дөңгөр, ҡыл ҡумыҙҙы тергеҙеү мәсьәләләренә арналған. Башҡортостан, Куйбышев, Ҡурған, Силәбе, Һарытау һәм Ырымбур өлк. буйлап фольклор экспедицияларында 3 меңгә яҡын башҡ. муз. фольклоры әҫәрҙәрен йыйған һәм 500‑ҙән ашыуын нотаға һалған. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. монографиялар, урта һәм юғары муз. уҡыу йорттары өсөн башҡ. музыка фольклоры б‑са, думбырала уйнау б‑са уҡытыу‑методик әсбаптар авторы.

Хеҙм.: Боронғо башҡорт скрипкаһы – ҡыл-ҡумыҙ=Старинная башкирская скрипка – кылкубыз. Өфө, 2001; Жемчужины народного творчества Урала. Уфа, 1995; Песенное творчество иргизо‑камеликских башкир. Уфа, 2002.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Р.С.Сөләймәнов

Яндекс.Метрика