СӨЛӘЙМӘНОВ Килдебай Сөләймән улы (27.1.1943, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Йомағужа а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1973). 1958—2003 йй. Хәйбулла р‑нының “Таналыҡ” МУАХП‑нда эшләй: 1959—66 йй. һауынсы, 1967 й. алып малсы, 1984 й. башлап һәм 2001 й. — бригадир, 1989 й. — бүлексә идарасыһы, 2002 й. — бухгалтер. Малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшә: быҙауҙарҙың уртаса тәүлек артымы 1140 г тәшкил итә (1972). РСФСР ЮС‑ының 9‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1966, 1973), Халыҡтар дуҫлығы (1981) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Ш м а к о в В. Взращённый степью //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1973.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

Яндекс.Метрика