СӨЛӘЙМӘНОВ Йәлил Әхмәт улы (16.3.1968, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Нәби а.), рәссам. БР-ҙың атҡ. рәссамы (2011). Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). Ә.М.Сөләймәновтың улы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1995; педагогтары М.А.Назаров, Н.Л.Пеганов, Э.М.Сәйетов). 1996—99 йй. ӨДСИ эргәһендәге Рәсәй художество акад. ижади оҫтаханаһында стажировка үтә (етәксеһе Ә.Ф.Лотфуллин). 1995 й. алып Ҡ.Дәүләткилдеев ис. респ. художество гимназия‑интернатында, 2002 й. башлап Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта.

С. ижады башҡ. халҡының тарихи тамырҙарын һәм рухи нигеҙҙәрен асыҡлауға йүнәлтелгән. Әҫәрҙәренең үҙенсәлектәре, неопримитивизм элементтарын ҡушып, йыйнаҡ пластикаға нигеҙләнә һәм бер үк ваҡытта картинала киңлекте ентекләп һүрәтләүгә ҡорола; һыҙаттарҙың, төҫтәрҙең тасуирилығы уларҙың хис‑тойғоларға тәьҫирен көсәйтә. Авторҙың фәлс. ҡарашы жанрлы эпик эштәрендә асыҡ сағыла (“Кешеләр һәм тауҙар”, 1997; “Тотем”, 1999; “Таррикат”, 2000 сериялары), уларҙа С. символдар һәм дөйөмләштереүҙәр телен ҡуллана; пейзаждары (“Көҙгө урман”, 1997), башҡ. риүәйәттәре һәм мифтары темаһына картиналары (“Ҡурай тураһында легенда”, 1998; “Үгеҙ менән көрәш”, 2005) рәссамдың боронғо донъяны тойоуын күрһәтә. “Оҫтаханала” эштәре циклы рәссамдың яҙмышы т‑да уйланыуҙарын һәм ижади эҙләнеүҙәрен сағылдыра. “Артыш” ижади берекмәһе ағзаһы (1995). 1990 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1991, 1997, 2006). Эштәре БДХМ, “Урал”, Магнитогорск, Яр Саллы ҡҡ. галереялары (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары) коллекцияларында, Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. “Сәнғәттә тарих” (“История в искусстве”; 1999), Салауат Юлаевҡа һәм уның көрәштәштәренә арналған иң яҡшы һынлы сәнғәт әҫәренә респ. конкурстары (2004; икеһе лә – Өфө), Ш.Бабич ис. пр. (1997) лауреаты.

Әҙәб.: Изобразительное искусство Республики Башкортостан: каталог /авт.‑сост. И.Н.Оськина, М.О.Садыкова. Уфа, 2007.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика