• Печать

АРХАНГЕЛЬСКИЙ Николай Васильевич, сәйәси эшмәкәр. Социал‑революционерҙар партияһы ағзаһы. 1917 й. яҙында Силәбе крәҫтиән депутаттары советы рәйесе урынбаҫары һәм Силәбе эшсе һәм һалдат депутаттары советы ағзаһы. 27 июндән Ваҡытлы хөкүмәттең Ырымбур губернаһы б‑са комиссары, бер үк ваҡытта 1 июлдән Ырымбур ҡала думаһы гласныйы. 1917 й. 26 окт. Рәсәй респ. ХКС‑ына буйһонмауын белдерә, большевиктарҙы ҡулға алырға рөхсәт бирә һәм губернаның ҡайһы бер өйәҙҙәрен хәрби хәлгә күсерә. Башҡорт милли хәрәкәтенә, Башҡортостан автономияһын иғлан итеүгә ҡаршы сығыш яһай. 1918 й. ғин. Ырымбурҙан китә, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Л.И.Футорянский

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке