СӨЛӘЙМӘНОВ Ғата Зөлҡәфил улы [15.6.1912, Ырымбур губ. Орск өйәҙе 1‑се Төрөкмән а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 25.6.1988, Өфө], актёр, йырсы (баритон), ҡурайсы, педагог. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1978), БАССР‑ҙың халыҡ (1963) һәм атҡ. (1953) артисы. 1927—29 йй. Башҡ. сәнғәт техникумында, 1936—41 йй. Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡ. студияһында (М.В.Владимирова класы) уҡыған. 1929 й. алып респ. төрлө драма труппалары, 1934—36 йй. Баймаҡ колхоз‑совхоз театры (ҡара: Сибай башҡорт драма театры) актёры, 1941 й. башлап БДОБТ солисы, 1947—72 йй. БАДТ актёры, бер үк ваҡытта 1963—82 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта.

Үҙенсәлекле актёр. Башҡорт драма театрында башҡ. — Хәлил (“Ғәлиәбаныу”), Шатморат (“Ҡарлуғас”), Ҡолой Балтасов (“Салауат”; икеһе лә – Б.Бикбай), Юлай (“Салауат. Өн аралаш ете төш”, М.Кәрим); урыҫ — Петрушин (“Тере мәйет”, Л.Н.Толстой); сит ил авторҙарының Монтано (“Отелло”, У.Шекспир) әҫәрҙәре б‑са 90‑дан ашыу роль башҡара. Әжмәғол — иң сағыу образдарының береһе (“Ҡыҙ урлау”, М.Кәрим).

Опера һәм балет театрында С. төрлө характерҙағы үҙенсәлекле образдар ижад итә. Төп партиялары: Мәсем хан (“Аҡбуҙат”), Әсфән (“Ашҡаҙар”, А.А.Эйхенвальд; икеһе лә – тәүге башҡарыу), Ҡормой (“Ҡарлуғас”, Н.К.Чемберджи), Алаҡай м‑н Һиҙиәт (“Айһылыу”, М.М.Вәлиев һәм Н.И.Пейко).

С.‑ҡурайсы сәнғәте бай орнаментика, камил техника һәм импровизацияға һәүәҫлек м‑н айырылып тора. Й.М.Иҫәнбаев, Ғ.Ғ.Ушанов, Х.Б.Әхмәтовтың ҡурайҙа уйнау традицияларын дауам итеүсе. Репертуарында “Абдрахман кантон”, “Абдулла ахун”, “Баяс”, “Ғүмәров”, “Урал” башҡ. халыҡ йырҙарының инструменталь варианттары, “Бала ҡарға”, “Бүгәс маршы” һ.б. инструменталь көйҙәр. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалдәрендә (Прага, 1947; Бухарест, 1953) ҡатнаша. СССР һәм сит илдәр (Австрия, Бирма, Корея, Ҡытай, Һиндостан һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. Уҡыусылары араһында А.М.Айытҡолов, А.М.Ҡобағошов, Р.Р.Рәхимов, БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре Я.Ш.Иҫәнғәлин, Н.М.Ҡайыҡбирҙин, Р.С.Хәсәнов, БР‑ҙың — З.Х.Мөхәмәтдинов, Р.Х.Нәҙерғолов. С. респ. тәүгеләрҙән булып ҡурайҙа уйнау методикаһын булдыра. Ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү б‑са уҡыу әсбаптары авторы. С. тарафынан “Ҡара юрға” эпосының бер варианты; 250‑нән ашыу башҡ. халыҡ йыры һәм легендаһы яҙып алына, 150‑нән ашыуы нотаға һалына. Ҡурай өсөн 50‑нән ашыу башҡ. халыҡ көйҙәре эшкәртмәһе авторы. Сәнғәт училищеһында ҡурайсылар ансамблен ойоштороусы. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1971). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1955). Өфөлә С. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Ҡурайсының тыуған яғында Сөләймәнов Ғ. музейы булдырылған; Өфө сәнғәт уч‑щеһының ҡурай класына, Баймаҡ ҡ. балалар сәнғәт мәктәбенә уның исеме бирелгән. 1997 й. Өфөлә С. ис. призға проф. ҡурайсылар араһында Респ. конкурсы үткәрелә.

Хеҙм.: Йыр һәм музыка дәрестәре. Өфө, 1967 (авторҙ.); Ҡурай. Өфө, 1985.

Рәхимов Р.Р. Ҡурай. Өфө, 1999.

Әҙәб.: Шәкүр Р. Йәйғорҙоң ете төҫө //Сыңрау торналар иле. Өфө, 1996; С.М. һәм Р.Р.Рәхимовтар. Сәнғәтебеҙ күгендәге яҡты йондоҙҙар (Ғата Сөләймәнов тыуыуына 100 йыл)=Созвездие талантов (Гата Сулейманов). Өфө, 2012.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика