СОЯ (Glycine), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 10 төрө билдәле, Африка, Көньяҡ‑Көнсығыш Азия һәм Американың дымлы тропиктарында, субтропиктарында таралған. Башҡортостанда ябай С. үҫтерелә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ныҡ тармаҡлы, ҡыуаҡ барлыҡҡа килтерә, бейеклеге 1,5 м тиклем. Япрағы өсәрле. Сәскәһе ваҡ, аҡ йәки асыҡ шәмәхә төҫөндә, япраҡ ҡуйынындағы тәлгәш рәүешле сәскәлектә урынлашҡан. Емеше — 1—5 орлоҡло ҡуҙаҡ. Орлоғо овал формала, һары, йәшел, көрән йәки ҡара төҫтә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 140— 160 г. Орлоғоноң составы (%): аҡһым — 36—45, май — 19—24, углевод — яҡынса 20 һ.б. Яҡтылыҡ, йылы һәм дым яратыусы үҫемлек. Вегетация осоро 75—200 тәүлек. Ситтән һеркәләнә. Төп элгәрҙәре — ужым иген культуралары һәм бер йыллыҡ үләндәр. Киң рәт ысулы м‑н сәсеү нормаһы 1 га 600 мең дана (100—140 кг/га), сәсеү тәрәнлеге — 4—5 см. Урып‑йыйыу алдынандесикация (ҡара: Десиканттар) үткәрелә. Орлоҡтары тулыһынса өлгөрөү осоронда бер фазалы ысул м‑н йыйып алына (авг. аҙағы — сент. башы). Иң юғары уңдырышлылығы 10,3 ц/г тәшкил иткән (Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумы, 1996). Респ. С. сәсеү майҙаны — яҡынса 300 га, уңдырышлылығы — 7,9 ц/га (2008). Орлоҡтарын һәм өлгөрөп етмәгән ҡуҙаҡтарын аҙыҡ итеп ҡулланалар; С. ононан — һөт, эремсек, кондитер изделиелары һ.б.; майынан маргарин һәм ҡатнаш туңмай етештерәләр, таҙартылған майын аш‑һыу әҙерләгәндә файҙаланалар. С. орлоғо — күп кенә сәнәғәт продукцияһы төрө (яһалма сүс, пластмасса, елем, лак, буяу, һабын һ.б.), синтетик һәм яһалма аҙыҡ‑түлек етештереү өсөн сеймал. Йәшел массаһын, бесәнен, үлән онон, төпрәһен һәм ҡалдығын малға ашаталар. С. агротехникаһы, биологияһы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. алып БАХИ‑ла (Б.М.Сәхәүетдинов), 90‑сы йй. — Ауыл хужалығы институтында (Ғ.Ҡ.Зарипова, Р.С.Йәнекәев), Стәрлетамаҡ а.х. техникумында (Ф.А.Ғәзизов) үткәрелә. С. үҫтереү өсөн Урал алды дала зонаһында иң уңайлы шарттар булдырылған. БР б‑са ҡулланылышҡа СИБНИИК 315 сорты индерелгән. Шулай уҡ ҡара: Ҡуҙаҡлы иген культуралары, Май биреүсе культуралар.

Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Яндекс.Метрика