СОРТТАР ҺЫНАУ, а.х. культураларының сорттарын һәм гибридтарын хужалыҡ‑биол. билдәләр комплексы, үҙенсәлектәре б‑са өйрәнеү, бөтә яҡлап баһалау һәм а.х. производствоһы шарттарында үҫтереү өсөн уларҙың яраҡлылығын, хужалыҡта файҙаһын (стандарт м‑н сағыштырғанда) билдәләү. Киңәйтелгән (өйрәнеү ваҡытын ҡыҫҡартыу, һәр бер яңы сорттың тышҡы мөхиттең үҙгәреүсән шарттарына реакцияһын асыҡлау, ауырыуҙарға бирешеүсән сорттарҙың һан һәм сифат күрһәткестәре тотороҡлолоғон һәм кимәлен, уның ареалын билдәләү), конкурслы (киңәйтелгән йыйылмала айырып алынған яңы сорттарҙы уңдырышлылығы, сифаты, ауырыуҙарға һәм ҡоротҡостарға бирешеүсәнлек кимәле һ.б. күрһәткестәре б‑са артабан тикшереү һәм баһалау), производстволы (сорттарҙы районлаштырыу өсөн бирелгән сорттың яраҡлылығын һуңғы тапҡыр билдәләү) һәм агротехник (сорт агротехникаһы элементтарын өйрәнеү) С.һ. айырыла. С.һ. СССР МС ҡарары тарафынан 1981 й. 11 майында раҫланған “Ауыл хужалығы культуралары сорттарын дәүләт һынауы һәм районлаштырыуы тураһында”ғы положениеға, РФ‑тың 1993 й. 6 авг. “Селекция ҡаҙаныштары тураһында”ғы законына һәм РФ Хөкүмәтенең 1994 й. 23 апр. “Дәүләт комиссияһы һәм уның хаҡында раҫланған положение булдырыу тураһында” ғы ҡарарына ярашлы тормошҡа ашырыла. “Госсорткомиссия” РФ субъекттарының власть органдары м‑н ярашып дәүләт сорт участкаларын һәм лаб. ойоштороуҙы, үҙгәртеп ҡороуҙы башҡара. Башҡортостанда “Госсорткомиссия” филиалы — БР б‑са Инспектура эшләй, уның составына Бөрө сорт һынау участкаһы, Дыуан сорт һынау участкаһы, Дәүләкән сорт һынау участкаһы, Ҡалтасы сорт һынау участкаһы, Ҡырмыҫҡалы сорт һынау участкаһы, Стәрлетамаҡ сорт һынау участкаһы, Әбйәлил сорт һынау участкаһы һ.б. инә. Йыл һайын С.һ. 40‑тан ашыу культураның яҡынса 550 сорты һәм гибриды дусар ителә. Шулай уҡ ҡара: Орлоҡсолоҡ, Селекция.

И.П.Леонтьев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика